Оҙайлы йәйге каникулдар тамамланып, яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әле ата-әсәләр күңелле мәшәҡәт - балаларҙы мәктәпкә әҙерләү менән мәшғүл.
Кейем артынан магазиндарҙа йөрөгән бер нисә әсәй менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һәм күпме халыҡ, шунса фекер икәненә инандыҡ.
Әлфирә, Йылайыр районы:
- Беҙҙең ғаиләлә дүрт ҡыҙ. Икәүһе мәктәп уҡыусыһы. Береһе 4-се, икенсеһе 9-сы класҡа уҡырға бара. Үҙебеҙ күрше районындан килдек. Сөнки Баймаҡта магазиндар күберәк, тимәк, һайлау мөмкинлеге ҙурыраҡ. Кейем-һалымды төрлө магазиндарҙан тупланыҡ, алып бөттөк, тигәндә лә була. Ике балаға яҡынса 20 мең һум тирәһе аҡса китте.
Зилиә, Баймаҡ районы:
- Уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға бөгөн тәүге тапҡыр килдек. Үҙҙәренә кейҙереп ҡарамайынса алып булмай тип, улым менән ҡыҙымды ла алып килдем. Әле магазиндар буйлап кейемдәр алғанда, хаҡтарҙы сағыштырып йөрөйөм. Шул уҡ блузка бер магазинда арзан, икенсеһендә арыуыҡ хаҡҡа ҡиммәт. Йыл һайын 30 мең тирәһе аҡса китә ине. Быйыл күберәк китер, тип уйлайым. Ярай, иң мөһиме, балаларыбыҙ һау булһын, яҡшы уҡыһын.
Гөлсиә, Баймаҡ ҡалаһы:
-Тормош иптәшем менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Икәүһе мәктәп йәшендә, икәүһе балалар баҡсаһына йөрөй. Өлкәнебеҙ Өфөлә уҡығас, уға сығымдар күберәк булды. Барыһына ла бөтә нәмәне яңыртып алабыҙ. Былтыр алғандар йә бәләкәсәйгән була, йә сифаты юғала. Хаҡтар көндән-көн арта. Ҡалайтаң, алаң инде. Балаң өсөн аҡса йәлләп тороп булмай. Әле бөгөн канцелярия тауарҙары алырға тип сыҡтыҡ.
Гөлнара, Баймаҡ районы:
- Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ үҫә. Өлкәне - студент, уртансыһы - мәктәп уҡыусыһы, бәләкәсебеҙ быйыл 1-се класҡа бара. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын август башында уҡ теүәлләп бөттөк. Былтырғы кейемдәрен кейҙермәйем, барыһын да яңынан алдыҡ. Сөнки бала ул кейемдәрҙе уҡыу йылы буйы көн һайын кейәсәк. Ул яңы ла, матур ҙа, сифатлы булырға тейеш, тип уйлайым. Мәктәп формаларын, аяҡ кейемдәрен төрлө магазиндарҙан алдыҡ. Әҙерләнеүгә 45 мең тирәһе аҡса китте. Бәләкәсебеҙ 1-се класҡа барыу көнөн түҙемһеҙлек менән көтә. Канцелярия тауарҙарын, яңы кейемдәрен көн һайын ҡарап, 1 сентябрь көнөн һанай.
Ләйсән, Сорғот ҡалаһы:
- Баймаҡ яҡтарына ҡунаҡҡа ҡайттыҡ. Балаларҙы мәктәпкә Сургутта әҙерләйбеҙ. Улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙға алған әйберҙәр бер үк хаҡҡа төшә. Сөнки малайға ҡиммәтленән бер костюм-салбар, күлдәк, ә ҡыҙға төрләндереп кейеүенә арзаныраҡтан бер нисә юбка, блузка алабыҙ. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙҙарға аҡса күберәк китәлер, сөнки сәстәренә бер-ике бантик, колготкилар ҙа кәрәк.
Хаҡтарҙы ҡарап йөрөп, Сургутта кейем ҡиммәтерәк, тигән фекергә килдем.
Гөлнара, Баймаҡ ҡалаһы:
- Ике ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ - мәктәп уҡыусылары. Ҡыҙҙарға блузка-юбка, ҡара салбар, жилет, костюм алырға кәрәк.
Улыбыҙға аҡ һәм икенсе төҫтәге берәй күлдәк, костюм-салбар һәм алмашҡа бер салбар алырға йыйынабыҙ. Барыһына ла эстә һәм тышта кейергә туфли, физкультураға айырым кроссовки.
Дөйөм алғанда, ҡыҙҙарға кейем күберәк алырға кәрәк була. Улар менән алыуы ла ауырға төшә, сөнки ныҡ һайланалар. Ә улыбыҙ беҙ һайлағанға ла риза, бәлки әле бәләкәйерәк булғанғалыр(йылмая).
Ата-әсәләрҙең фекерен һорашҡан арала, кейем-һалымдар хаҡына ла иғтибарымды йүнәттем. Ҡыҙҙарҙың алъяпҡыстарын ябайын 650 һумға тәҡдим итһәләр, зауыҡлыраҡ итеп тегелгәнен 1900 һумға алырға мөмкин ине. Формаларҙың уртаса хаҡтары - 1600-2650, малайҙар өсөн костюм-салбарҙарҙы етештереүсе фабрика һәм сифатына ҡарап, 1200-2720, кроссовкиҙарҙы 1200-3000, малайҙарға аҡ күлдәкте - 650-1000 һумға алырға мөмкин ине. Ошоларҙан сығып, бер баланы кейендереү уртаса 20 мең һумға барып баҫа, тигән фекергә килдем.
Юрғаныңа ҡарап, аяҡ һуҙаһың, тиҙәр. Мәктәпкә әҙерлекте лә һәр кем үҙ кеҫәһенә ҡарап хәл итә. Кемдер арзаныраҡты эҙләһә, кемдер ҡиммәтлегә өҫтөнлөк бирә. Ә уларҙың барыһында ла: балаларыбыҙ имен-һау уҡыһын, киләсәктәре бәхетле булһын, йорт-ил тынысланһын, тигән бер теләк ине.