Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Июль 2025, 15:45

Балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе

«Уй, минең Данир улым килгән!», «Самира ҡыҙым, һаумы, үт, үт әйҙә!»...Һәр иртә ул кескәйҙәрҙең икенсе өйөн алыштырған балалар баҡсаһына йөрөүселәрҙе матур һүҙҙәр менән яғымлы итеп ҡаршылай... Эйе, балалар баҡсаға ашҡынып-талпынып барһын өсөн, тәрбиәсенең асыҡ йөҙө, йылмайыулы ҡарашы етә.Таулыҡай ауылынан Зөбәйлә Сәғәҙәтова - тап шундайҙарҙан. Бына инде 40 йылға яҡын ул балалар баҡсаһында уңышлы ғына эшләп йөрөй. Дауамы сайтта:

«Уй, минең Данир улым килгән!», «Самира ҡыҙым, һаумы, үт, үт әйҙә!»...
Һәр иртә ул кескәйҙәрҙең икенсе өйөн алыштырған балалар баҡсаһына йөрөүселәрҙе матур һүҙҙәр менән яғымлы итеп ҡаршылай... Эйе, балалар баҡсаға ашҡынып-талпынып барһын өсөн, тәрбиәсенең асыҡ йөҙө, йылмайыулы ҡарашы етә.
Таулыҡай ауылынан Зөбәйлә Сәғәҙәтова - тап шундайҙарҙан. Бына инде 40 йылға яҡын ул балалар баҡсаһында уңышлы ғына эшләп йөрөй.
Әбйәлил ауылы һылыуы Зөбәйлә Зәки ҡыҙын Баймаҡ яҡтарына - Таулыҡай ауылына яҙмыш елдәре ташлай. Ул ошо ауыл егете Айрат Дәлхә улы менән сәстәрен-сәскә бәйләй.
Уҡыу йортонда алған һөнәре буйынса, йәш белгес ауылдағы балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Үҙ эшенең нескәлектәрен яҡшы белгән педагог хеҙмәт юлын тәрбиәсе булып башлай, бер нисә йылдан уға мөдир вазифаһын ышанып тапшыралар. Үҙенә йөкмәтелгән был бурысты ла яуаплы ҡарап башҡара ул. Етәксе вазифаһында 15 йыл эшләй. Аҙаҡ үҙгәрештәр булып, балалар баҡсаһы мәктәпкә күскәс, ул хеҙмәт юлын тәрбиәсе булып дауам итә.
Тәрбиәсе - икенсе әсәй, тиҙәр. Тап шулай. Сөнки улар көн дауамында балалар өсөн үҙҙәренә яуаплылыҡ ала: ашата, йоҡларға һала, саф һауаға алып сыға... Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һәр береһенең нимәгәлер булған һәләтен асыу һәм артабан үҫтереүгә лә тап балалар баҡсаһында нигеҙ һалына.
Зөбәйлә Зәки ҡыҙы ла ҡырҡ йылға яҡын эшләү дәүерендә коллегалары менән кескәйҙәрҙе һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Уларҙы район кимәлендә үткән шиғыр, әкиәт һөйләү, һүрәт төшөрөү конкурстарына, шашки ярыштарына алып барып, призлы урындарға өлгәшә.
Үҙ эшен, балаларҙы яратҡан Зөбәйлә Сәғәҙәтоваға ата-әсәләр ҙә тик рәхмәт һүҙҙәре еткерә. «Балаларыбыҙҙы баҡсаға тыныс күңел менән ҡалдырабыҙ. Сөнки Зөбәйлә Зәки ҡыҙы һәм Рәзилә Зиннур ҡыҙы эштәренә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр. Улдарым да, барабыҙ, тип ашҡынып ҡына торалар. Имен-һау эшләһендәр», - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөлсимә Латыпова.
Эйе, улар һөнәре яуаплылыҡ, сыҙамлылыҡ талап иткән ауыр хеҙмәттәрҙең береһе. Сөнки баҡсаға нисә бала йөрөй, шуныңсама холоҡ. Уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс табырға, уртаҡ тел табырға, киләсәктә шәхес булып формалашыуында был һөнәр эйәләренең роле ҙур.
Зөбәйлә ханым эшендә ихтирамлы, абруйлы хеҙмәткәр булһа, дуҫтарына - ышаныслы әхирәт, серҙәш, күршеләренә - ярҙамсыл, яҡшы күрше. Туғандары, яҡындары, әле хаҡлы ялдағы коллегалары менән аралашып, матур итеп ҡатышып, ҡунаҡтарға йөрөшөп, файҙалы күңелле ялдарын бергәләп үткәреп йәшәй ул мәҡәләм геройы. Зөбәйлә Зәки ҡыҙы - тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, балаларына ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй-ҡәртәсәй ҙә. Айрат Дәлхә улы менән матур һәм татыу тормош көтә улар. Ҡура тултырып мал, йәйен урам тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ғаилә башлығын ауылдаштары ҡул эше оҫтаһы булараҡ белә. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай ярҙам итә ул Айрат ағай. Ә Зөбәйлә ханым уңған хужабикә, аш-һыу оҫтаһы, баҡсасы. Уңған ханымдың ихата янын йәйен-көҙөн төрлө-төрлө алла-гөллө сәскәләр биҙәй. Ә уның ҡомалаҡтан күпереп бешкән бик тәмле әсе икмәген хатта заказға ла бешертеп алалар.
З.З. Сәғәҙәтова ауылда үткән сараларҙа ла һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаһының дәртле коллективы элегерәк, коллектив ҙур булған осорҙа, мәҙәниәт йортонда үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, беренселекте бирмәй торғайнылар. "Эйй, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡас, беҙгә беренсе урын эләкмәй инде", - ти торғайны хатта башҡа бәйгеселәр.
Өлгөр ханым ауылда үткән һайлауҙар ваҡытында комиссия ағзаһы булып та эшләй.
Өлгөр, алсаҡ, ярҙамсыл, гүзәл заттың матур сифаттарын үҙендә туплаған Зөбәйлә Зәки ҡыҙына артабан да уңыштар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас