Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
12 Март , 17:15

уҡыусылар белемдәрен тикшерҙе

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй  «Еңеү өсөн 100 балл» һәм «Берҙәм Дәүләт имтиханын ата-әсәләр менән бергәләп тапшырабыҙ» акцияһы быйыл туғыҙынсы йыл үткәрелә. Ошо акциялар сиктәрендә һәм БДИ ойоштороу һәм технологик процедураларҙы әҙерләү маҡсатында район мәғариф бүлеге ҡаланың 3-сө мәктәбендә һынау имтихандарын  ойошторҙо. Тулыраҡ, сайтта:

Сығарылыш уҡыусылары өсөн Берҙәм Дәүләт имтихандар тапшырыуға күп ваҡыт ҡалманы. Был яуаплы осорҙо уҡыусылар менән бер рәттән ата-әсәләр ҙә ҙур тулҡынланыу менән көтә. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй  «Еңеү өсөн 100 балл» һәм «Берҙәм Дәүләт имтиханын ата-әсәләр менән бергәләп тапшырабыҙ» акцияһы быйыл туғыҙынсы йыл үткәрелә. Ошо акциялар сиктәрендә һәм БДИ ойоштороу һәм технологик процедураларҙы әҙерләү маҡсатында район мәғариф бүлеге ҡаланың 3-сө мәктәбендә һынау имтихандарын  ойошторҙо.

Унда биология, информатика, инглиз телен һайлаусы 91 уҡыусы ҡатнашты. «Бөгөн мин информатика фәненән үҙ белемемде тикшерәм. Буласаҡ имтихандарға әҙерләнеп йөрөйөм. Бер аҙ ҡурҡыу ҙа бар, әммә барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнәм. Барлыҡ тиҫтерҙәремә уңыштар теләйем», - тине 2-се мәктәп уҡыусыһы Рамаҙан Шәрипов.  «Иҫке Сибай ауылынан килдем. Инглиз теле фәнен һайланым. Сөнки ул телде өйрәнеү миңә оҡшай. Киләсәгемде лә ошо һөнәргә бәйләргә уйлайым», - тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште  Элина Хәмитова.

Сараның «Еңеү өсөн 100 балл» өлөшөндә сығарылыш класына тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында былтыр имтиханды география фәненән йөҙ балға тапшырған 4-се лицей уҡыусылары Денис Хисаметдинов һәм 95 балға эйә булған Иҙел Шахморатов килде. Улар уҡыусыларға имтиханға әҙерләнгәндә ваҡытты нисек дөрөҫ бүлеп әҙерләнеүҙәре, ниндәй методик китаптар ҡулланыуҙары тураһында һөйләне.

«География - минең яратҡан дәрестәремдең береһе. Бала саҡта Әхмәр ҡартатайым ул фәнгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү  тәрбиәләһә, аҙаҡ уҡытыусыбыҙ Миләүшә Бәхтиеванан уңдыҡ. Беҙҙең олимпиадаларҙағы  һәм имтихандағы юғары балл үҙ фәнен төплө белгән уҡытыусыбыҙҙың тырыш эш һөҙөмтәһе ул , - тине Иҙел Шахморатов.

Тырыш уҡыусылар менән аралашыу ҡыҙҙар һәм егеттәргә фәһемле лә ҡыҙыҡлы ла  булғандыр, тип ышанабыҙ.

«Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтихандары  тапшырған көн» акцияһында ата-әсәләр бер аҙға уҡыусы ролендә булды: белем усағына инеү менән металл эҙләү ҡорамалы аша тикшереү үтте, артыҡ әйберҙәрен һәм телефондарын тапшырҙы, инструктаж тыңланы, теркәлде һәм математика буйынса имтихан тапшырҙы. Сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов ҡатнашты.  Ишбулды Зәйнулла улы ҡунаҡтарға был акцияның маҡсаты тураһында һөйләне, имтихандар ваҡытындағы ҡағиҙәләргә туҡталды, балаларға бар уңайлы шарттар булдырырға тырышыу өҫтөндә эшләүҙәрен әйтеп үтте. Фәнил Рәмил улы ла файҙалы һәм кәрәкле кәңәштәрен еткереп, уҡыусыларға киләсәктә уңыштар теләне.

   Ата-әсәләргә математика фәне буйынса үҙ белемдәрен тикшереп,  баһаларын белеү  файҙалы ла ҡыҙыҡлы ла булды. Был сәғәттәрҙә улар күпмелер ваҡытҡа мәктәп йылдарына ла әйләнеп ҡайтты, хәтер һандығын барланы.

«Ғәзиз улыбыҙ быйыл уҡыуҙы тамамлай. Һәр ата-әсә кеүек мин дә борсолам. Әлеге акция ата-әсәләр өсөн дә, сығарылыш уҡыусылары  өсөн дә әһәмиәтле, мөһим, ҡунаҡтарҙың сығыштары бик фәһемле булды. Бер аҙ тынысландым», - тип йылмая Венера Йортбәкова.

 Әйткәндәй, быйыл мәктәпте  234 ҡыҙ һәм егет тамамлай.  Уларҙың  24 проценты - информатика, 20-һе -биология, 20-һе-химия, 11-е - физика, 9 проценты тарих фәнен һайлаған. Барлыҡ уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар, имтихандарын яҡшы билдәләргә генә тапшырыуҙарын һәм киләсәктә үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына инеүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: