Баланың мәктәпкәсә осоро һәм башланғыс кластарҙағы белем алыуы - иң яуаплы, мөһим мәлдәрҙең береһе. Сөнки тап ошо осорҙа уларҙы төрлө яҡлап һәләттәрен асыу, һәр береһен шәхес итеп тәрбиәләүгә юл һалына.
Ниғәмәт ауылының мәктәпкәсә төркөмөндә эшләүсе Рәмзиә Ғайсинаның тәрбиәсе, уҡытыусы булыу теләге бала саҡтан һалына.
Р.Ә. Ғайсина 1970 йылда Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Мәктәптә алдынғы, әүҙем уҡыусыларҙың береһе була. Шуға ла пионер саҡта дружина советы рәйесе, аҙаҡ комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп һайлайҙар. Уҡыуға тырыш һәм һәләтле булыуы Сибай педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлауға булышлыҡ итә. Әбйәлил һылыуы Ниғәмәт ауылына килен булып төшә һәм хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып дауам итә. Балаларҙы яратҡан, уларҙы үҫтереү йәһәтенән бар тырышлығын һалған, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы белгесте оҙаҡламай балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ул коллегалары менән тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотона. Ул ваҡытта баҡса ауыл советы ҡарамағында була. Балалар баҡсаһы хакимиәт менән берлектә баҡсаның материаль базаһын байытыуға өлгәшә. Татыу коллектив ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Эште ойоштороусы булараҡ ул үҙе лә педагогик коллектив менән берлектә балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү, уларҙы мәктәпкә әҙерләү йәһәтенән эште уңышлы ойоштороуға өлгәшә. Кескәйҙәр район кимәлендә үткән «Урал батыр» эпосын һөйләү, әкиәттәрҙе сәхнәләштереү, бейеү, йыр, шиғыр һөйләү конкурстарында беренсе урын яулай. Ә Рәмзиә Әхиәр ҡыҙы дәрес конспекттары яҙыу, кескәйҙәрҙе шиғыр һөйләтеү буйынса республикала беренсе урындарҙы ала. Балалар баҡсаһы ла яңы уҡыу йылдарына әҙерлек буйынса призлы урындар ала.
Балалар баҡсаһы мәктәпкә ҡушылып, мәктәпкәсә төркөмгә әйләнгәс, мөдирҙән тәрбиәсегә күсә ул. Ошо осорҙа дүрт йыл рәттән( 2013-2016) йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса «Йыл мәктәпкәсә төркөмө» конкурсында еңеүсе булалар. Бирелгән аҡсалата премия төркөмдөң матди базаһын нығытыуға ҡулланыла.
Рәмзиә Әхиәр ҡыҙы мәктәптә логопед штаты булдырылғас, мәктәпкәсә төркөмдә һәм башланғыс кластарҙа хеҙмәт юлын уҡытыусы-логопед булып дауам итә. Бер үк ваҡытта ошо һөнәре буйынса Магнитогорск ҡалаһында ситтән тороп юғары белем ала. «Бөгөнгө көндә мине иң борсоғаны - балаларҙың телмәрендәге етешһеҙлектәр, ата-әсәләрҙең балаларының телмәренә һәм телебеҙгә булған битарафлығы»,- ти ул.
Р.Ә.Ғайсина күп практиканттарға, яңы эш башлаған тәрбиәселәргә, логопедтарға остаз да була.
Маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы һөнәр эйәһенең фиҙаҡәр, тырыш хеҙмәте һәр саҡ юғары баһалана. Уға 2013 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә. «Үҙ һөнәрен яратҡан, балаларға ныҡлы белем биреү өсөн бар күңелен һалған, яуаплы, бай тәжрибәле, өлгө алырлыҡ белгес ул Рәмзиә Әхиәр ҡыҙы», - ти мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү методисы Әлиә Әминева уның хаҡында.
Бар яҡтан да өлгөр ул мәҡәләм геройы. Тормош иптәше Дамир Мәхмүт улы менән ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Балалары әлеге ваҡытта Өфөлә эшләп йөрөйҙәр. Ҡыҙҙарының үҙ ғаиләһе бар. Ғайсиндар ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле өләсәй һәм ҡартатай.
Ҡолас йәйеп, бөтә күңелен һалып эшләгән, баларҙың яҡшы киләсәге өсөн бар тырышлығын һалған Рәмзиә Әхиәр ҡыҙы, ысынлап та, күптәргә үрнәк!