Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
23 Ғинуар 2025, 06:00

Йөрәгемде балаларға бирәм

Декабрь аҙағында Баймаҡта өҫтәлмә белем биреү педагогтары араһында «Йөрәгемде балаларға бирәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда 9 педагог үҙ көсөн һынаны. Бәйге көсөргәнешле лә, сәмле лә барҙы. Конкурсанттарҙың һәр береһе үҙ эшенең оҫталары икәнен иҫбатланы. Һуңынан һәр йүнәлеш буйынса еңеүселәр билдәләнде. 5-се мәктәптән Рәшиҙә Иҙелбаева «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар менән эшләү» номинацияһы еңеүсеһе булды. Ошо ҙур конкурсҡа әҙерләнгәндә Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы үҙе һәм эшмәкәрлеге тураһында эссе әҙерләй. Ижади ҡарашлы, тырыш уҡытыусының яҙмаһын сайттан уҡый алаһығыҙ:

Декабрь аҙағында Баймаҡта өҫтәлмә белем биреү педагогтары араһында «Йөрәгемде балаларға бирәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда 9 педагог үҙ көсөн һынаны. Бәйге көсөргәнешле лә, сәмле лә барҙы. Конкурсанттарҙың һәр береһе үҙ эшенең оҫталары икәнен иҫбатланы. Һуңынан һәр йүнәлеш буйынса еңеүселәр билдәләнде. 5-се мәктәптән Рәшиҙә Иҙелбаева «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар менән эшләү» номинацияһы еңеүсеһе булды. Ошо ҙур конкурсҡа әҙерләнгәндә Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы үҙе һәм эшмәкәрлеге тураһында эссе әҙерләй. Ижади ҡарашлы, тырыш уҡытыусының яҙмаһын гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.

 

Йөрәк йылым күңелемде биреп

Мәктәбемә көн дә атлайым.

Балаларға булған һөйөүемде

Йөрәк түрендә мин һаҡлайым.

Мин - Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы. Ҡаланың Көньяҡ микрорайонында урынлашҡан 5-се мәктәптә «Шатлыҡ», “Ынйылар”, “Хыял” театр берекмәләре етәксеһемен. Күңелемә яҡын һөнәр буйынса эшләүемә сирек быуат ваҡыт үтеп киткән. Эш тәжрибәмә, балаларға, күп һанлы еңеүҙәргә һәм шул уҡ ваҡытта төрлө бәләкәй ҡаршылыҡтарға ҡарап тәрән уйҙарға сумам, һорауға күмеләм...  

Уйҙар,уйҙар...

Ни өсөн мин тап ошо һөнәрҙе һайланым? Урта мәктәпте тамамлағас, Ниғәмәт ауыл клубында бер йыл художество етәксеһе булып эшләнем. Күңелем матурлыҡҡа тартылдымы, башҡаларға матурлыҡ бүләк иткем килдеме, һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәренә уҡып сыҡтым. Һәм шулай иттем дә, кешеләргә ҡупшы күлдәктәр тегеп ҡыуандырҙым. Магазин кәштәләрендә кейем-һалым булмаған йылдарҙа халыҡты үҙ ҡулдарым менән теккән костюмдар менән тәьмин иттем.

Тик төбәгебеҙҙә киң билдәле нәҫелебеҙҙең педагогик хеҙмәт династияһына тоғролоҡ һаҡлау, уларҙың юлын дауам итеү теләге үҙенекен итте. Мин дә көслө уҡытыусылар, дин әһелдәре, указлы муллалар, талантлы шәхестәр династияһы сафына баҫтым. Бөгөн Хәсәновтар ғаиләһенән сыҡҡан  11 бала ла юғары белемле уҡытыусыларбыҙ . Изге һөнәр эйәләре балаларыбыҙ араһында ла бар.

Беҙ бала саҡтан уҡ атайыбыҙ йырлаған йырҙарҙы, ҡурай һәм тальян моңдарын, әсәйебеҙҙең дәртле таҡмаҡтарын, фәһемле әйтем-мәҡәлдәрен тыңлап үҫтек. Атай йорто беҙҙең өсөн үҙе бер тәрбиә мәктәбе булды. Хәсәновтар ғаилә фольклор ансамбле халыҡ исеменә лайыҡ булып, Рәсәй күләмендә оло еңеүҙәр яуланы. Халҡыбыҙҙың изге йолаларына, ауыҙ-тел ижадына булған ошо һөйөү мине яңы һөнәр алырға этәргес көс биргәндер ҙә инде. Һәм мин 2000 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлап, ҡулыма педагог-ойоштороусы, «Театрлаштырылған тамаша режиссеры” дипломы алдым. Ә 2019 йылда белемемде Башҡорт дәүләт университетының музыка бүлегендә камиллаштырҙым.

Эш башлаған осорҙа үҙеңдең өҫтөңә ниндәй оло яуаплылыҡ төшкәнен,  бәлки, тулыһынса аңлап та етмәйһеңдер. Ә төптән уйлаһаң, беҙ бит балаларҙың ап-аҡ ҡағыҙҙай саф күңеленә донъялағы иң гүзәл сифаттарҙы һалып, уларҙы шәхес итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Фекеремде бөйөк педагог Василий Сухомлинскийҙың һүҙҙәре менән дауам иткем килә.

“Һәр баланың күңел төпкөлөнә ҡыңғырауҙар йәшеренгән. Тик уны эҙләп таба белергә һәм сыңлатырға ғына кәрәк», - ти ул. Ысынлап та  шулай, баланың күңел ҡыңғырауҙарын уятыр өсөн педагогтан юғары оҫталыҡ талап ителә. Ул бала күңеленең инженеры булырға тейеш. Шуға ла өҫтәлмә белем биреү усағы шәхес тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Уны, икенсе төрлө әйткәндә, «баланы йәмғиәткә әҙерләү мәктәбе» тип атар инем. Шуға ла педагог заман менән бергә атларға, заман технологияһын яҡшы белергә, балаларҙың зауығына тап килгән инновация программаларын  булдырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләргә бурыслы. Һис һүҙһеҙ, бөгөнгө көндә белем биреүҙең сифатын күтәреү төп урында тора. Был йәһәттән байтаҡ эштәр эшләнә. Үҫеш нөктәләре асыла, уҡыусыларҙың эҙләнеүҙәре, проекттары, асыштары дәүләт кимәлендә хуплана, гранттар бүленә. Өҫтәлмә белем биреү системаһында ла матди-техник базаны байытыу, заман технологиялары менән тулыландырыу көн талабы. Сөнки  2030 йылдарҙағы сығарылыш класс уҡыусылары әлеге көндә булмаған профессияны, йәғни киләсәк һөнәрҙе үҙләштереүҙәре ихтимал. Бөтә ил буйынса үҙәкләштерелгән белем алыу системаһы тураһында һүҙем. Сөнки заман үҙ талаптарын ҡуя. Бөгөнгө заман кешеһен дә бит гаджетһыҙ, компьютерһыҙ, виртуаль донъяһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Сағыштырып ҡараһаң, беҙҙең бала саҡ менән хәҙерге балалар ер менән күк араһы. Һанлы форматҡа ҡоролған заман технологияһы менән ҡоралланған баланың тормошҡа талаптары ла юғары. Шуға был да педагогтан ижади эшләүҙе, эҙләнеүҙе, туҡтауһыҙ белемеңде камиллаштырыуҙы талап итә. Балаларға өҫтәлмә белем биреүҙә дөйөм программалар менән бер рәттән, бер нисә йыл мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эшләү тәжрибәмдән сығып та шуны әйтә алам. “Шатлыҡ” тип исемләнгән адаптив программа нигеҙендә уңышлы эшләп киләм һәм республика кимәлендә төрлө ижади бәйгеләрҙә оло еңеүҙәр яулайбыҙ.

Һәр бала үҙенсә талантлы, һәр бала – шәхес. Тик уларҙы күрә белеп, әсәләрсә хәстәрлек күреп, үҫтерергә генә кәрәк. “Ҡояш балалары” айырыуса ярҙамға, яратыуға мохтаж.

Һәр бала үҙ таланты, үҙ ризығы менән тыуа. Кемдәлер ул йондоҙ кеүек балҡып тора, ә кемдәлер ул ынйы бөртөгөләй йәшеренеп ята. Бөтә йөрәгемде ошондай балаларға биреп, уларҙың тел ҡеүәһен асып, музыка ҡоралдарына өйрәтеп, дәртле, рухлы йырҙар йырлатып, сәхнәләргә сығарып, район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеүгә өлгәшеү - минең эш тәжрибәмдең сағыу өлгөһө булып тора.

Әммә юғары технологиялар дәүерендә лә педагогҡа ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булыу, балаларға аныҡ маҡсат ҡуя белеү шарт. Был бәйләнеште бер ниндәй юғары техника ла инҡар итә алмай. Тап шулай иткәндә, үҙҙәрен тиҫтерҙәре араһында оялып ҡына, ҡыйыуһыҙ ғына йөрөгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙҙәрен ышаныслы тоя башлай. Аҙымдары ҡыйыу, ҡараштары үткен, күңелдәре шат балалар мине мәктәптә көн дә һағынып көтөп ала икән, шунан да юғары бәхет булыуы мөмкинме һуң?! Һәр  баланың киләсәгенең нисек булыуында уҡытыусының да роле ҙур. Киләсәктә үҫмер ниндәй генә генә һөнәр һайлаһа ла - табипмы, ашнаҡсымы, башҡа һөнәр эйәһеме... Әммә мин уларҙы дөрөҫ йәшәү серҙәренә өйрәтә, ата-әсәһенә, уҡытыусыларына ихтирам, Тыуған иленә, теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләй алам икән, мин үҙ һөнәремә тоғромондор, тимен.

Балаларға барлыҡ булмышымды һалып эшләгән эшемдең оло ҡаҙаныштары мине илһамландыра, яңынан-яңы уңыштарға әйҙәй.

 

Рәшиҙә Иҙелбаева,

балалар ижады үҙәгенең юғары категориялы өҫтәлмә белем биреү педагогы, фольклор етәксеһе.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас