Йүнәлешебеҙ - милли рух, төплө белем
Иҫке Сибай мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм БР-һы халыҡтары телдәре концепцияһын, БР-ҙың «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль-ара семинар үтте. 2023 йылда үҙ ишектәрен асҡан өр-яңы, заман талаптарына яуап биргән белем усағында ойошторолған сарала Өфө, Сибай ҡалаларынан, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан башҡорт теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр, методистар ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән 1-3-сө класс уҡыусылары үҙҙәренең рухлы шиғырҙары, матур йырҙары менән сәләмләп ҡаршы алды.
Тәүге өлөштә Иҫке Сибай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Азалия Ибраһимова, Рәзинә Мөхәмәтшина, Баймаҡ ҡалаһынан Лиза Ниғмәтуллина, Земфира Юламанова, Зәлиә Рәхимова ҡунаҡтарға асыҡ дәрес күрһәтте. Һәр дәрестә уҡыусылар әүҙем ҡатнашып, үҙ белемдәрен иҫбатланы.
Азалия Варис ҡыҙы 5-се класта үткәргән дәресен Салауат Юлаев темаһына арнаны. Балаларға башҡорт әҙәбиәте дәресе темаһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатында, уны «Дәрес сәйәхәте» тип атаны. «Тәүге туҡталыш»та С.Юлаевтың биографияһын өйрәнһәләр, икенсе «Ижад туҡталышы»нда шағирҙың ижадына, шиғырҙарына байҡау яһанылар. «Ял туҡталышы»нда инде ҡыҙҙар һәм егеттәр шиғыр юлдарында төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып, тулыландырып, уҡыны. «Мәңгелек туҡталышы»нда уҡытыусы балаларға милли батырыбыҙ исемен мәңгеләштереү маҡсатында республикала ниндәй эштәр эшләнеүе тураһында һораны. Салауат Юлаев исемендәге музей, ҡала, урам, хоккей исемдәре, уға арналған һәйкәл һәм башҡалар, тип яуап бирҙе балалар.
Аңлайышлы, матур үткән асыҡ дәрестәрҙән һуң ҡунаҡтарға мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Экспонаттарға бик бай булған геология музейы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. География уҡытыусыһы Мәлифә Сибаева музейҙа урынлашҡан һәр нәмә менән ентекле таныштырҙы, ҡунаҡтарҙың һорауына тулы яуап бирҙе.
Мәктәп эсендәге сәйәхәт лингофон, логопедия, башланғыс класс, «Үҫеш нөктәһе», информатика кабинеттары буйлап дауам итте. «Яңы мәктәбебеҙҙә балаларға заман технологияларын ҡулланып, дәрес үткәреү буйынса барлыҡ шарттар булдырылған. Һәр баланың индивидуаль ноутбугы бар. Бынан тыш, квадрокоптерҙар менән эш итергә өйрәнәбеҙ, тәбиғәт күренештәренең, ғөмүмән, һәр тереклектең матур мәлдәрен тотоп алып, фотоға төшөрәбеҙ», - ти информатика фәненән уҡытыусы Гөлгенә Хөсәйенова.
Шайморатов штабы ла темаға арналған мәғлүмәттәргә бай ине. Унда яугирҙәргә арналған баннер, Чечен, Афған һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған «Герой парталары» урын алған.
Дөйөм алғанда, мәктәптәге һәр кабинет менән танышты ҡунаҡтар.
«Белорет районынан 11 кеше килдек. Мин Баймаҡ районында тәүге тапҡыр. Бындай яңы, тулы комплектлы мәктәпте быға тиклем Урал аръяғы районында күргәнем юҡ ине әле. Коллегаларға ҡолас ташлап, рәхәтләнеп эшләргә, балаларға кәрәкле белем алырға бөтә шарттар ҙа бар. Мәктәп тә, асыҡ дәрес тә, экскурсия ла, фойеларҙа урын алған ҡул эштәре күргәҙмәһе лә бик оҡшаны», - ти Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баныу Астанова.
Сараның төп өлөшө тамаша залында үтте. Унда республиканың алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Благовещен ҡалаһының М.А.Киняшов исемендәге 6-сы мәктәбенән Гөлнара Дәүләтбаева, Йылайыр районы Йомағужа ауылынан Зөлфирә Таһирова, 2-се республика полилингваль күп профилле «СМАРТ» гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина үткәргән оҫталыҡ дәресен ҡараны. Фәһемле сығыштар педагогтар күңеленә хуш килде.
«Бында бик рухлы уҡыусылар һәм үҙ эшен яратҡан педагогтар эшләүе күренеп тора. Ишек төбөнән үк башҡорт телендәге концерт номерҙары менән ҡаршы алдылар, экскурсия ла тик башҡорт телендә үтте. Рус телендә бер һүҙ ишетмәнек. Башҡорт теленә арналған семинарҙы тап Баймаҡ районында һәм ошо мәктәптә үткәреүҙе һайлау бик отошло булған», - тип фекере менән уртаҡлашты Зөлфирә Рауил ҡыҙы.
Пленар өлөштө районындың мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков асты. Ул ҡунаҡтарҙы сәләмләп, үҙ еребеҙҙә күреүгә шат булыуын белдерҙе һәм район мәғариф бүлеге хәле, уңыштары менән таныштырҙы. Форсаттан файҙаланып, коллегаларына төп эштәре - балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш, махсус хәрби операция яугирҙәренә ылау ебәреүҙә һәр саҡ ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан БР мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты Гөлфиә Дәүләтҡолова, Өфө фән һәм технологиялар университетының декан урынбаҫары Гөлшаян Әлимбаева, Сибай институтының педагогия факультеты доценты Нәйлә Ласынова, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова, БР-ҙың дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса республика ата-әсәләр советы рәйесе урынбаҫары Айбулат Уразбахтин, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһы-интернаты директоры Эльвира Садыҡова, Күсей мәктәбе уҡытыусыһы Илүзә Латыпова, Өфө ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова сығыш яһаны. Улар балаларға туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телебеҙҙе яҡлау һәм һаҡлау, уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уларҙың сығышы аша сарала ҡатнашыусылар файҙалы мәғлүмәт алғандыр, тип ышанабыҙ.
Сарала Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары, балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр, сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡунаҡтарға «Мин яратам һине, туған телем!» тип аталған әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте. Дәрле бейеүҙәр, матур йырҙар тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.
Урал аръяғының рухлы уҡытыусылары ҡатнашлығында көн дауамында барған семинар эшлекле аралашыуҙарға, белем биреү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуҙарға бай булды. Саранан һәр кем рухланып, дәртләнеп, илһам һәм көс алып, район мәғариф бүлеге етәкселегенә, Иҫке Сибай мәктәбе директоры Салих Рафиҡовҡа һәм уның коллегаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралышты.
Альбина Байегетова.