Йола белеп үҫә кескәйҙәр
Ҡаҙ өмәһе, ҡаҙ өмәһе,
Алдарҙа ҡаҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһенә йыйылған
Тик уңған ҡыҙҙар ғына!
Ҡаланың 5-се мәктәбҽнҽң балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән берлектә төрлө саралар ойошторола. Шуларҙың береһе - «Ҡаҙ өмәһе» байрамы. Ул өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында үтте. Был сараға балалар менән етди әҙерләндек, темаға ярашлы шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр өйрәндек. Сараны үткәреүҙә ата - әсәләр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар балаларына милли кейемдәр һәм эш барышында кәрәк булған ҡоролмаларҙы әҙерләне.
Балалар был сарала ҡаҙ йолҡоу нескәлектәренә төшөндө, ҡанат һыҙырыу серҙәренә өйрәнде. Күңелле йырҙар йырлап, уйындар уйнап, бейеп, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй ҡаҙ “йолҡоп”, артабан "йылға буйына" барып, ҡаҙҙарҙы йыуып – урын-шартына килтерҙеләр. Балаларға был йоланы үткәреү бик оҡшаны. Күҙҙәрендә осҡон сәсрәп торған ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр эште ҙур ҡыҙыҡһыныу менән дәртләнеп башҡарҙы.
Байрамдың төп маҡсаты – башҡорт халҡында борон-борондан йәшәп килгән матур йоланы балаларға өйрәтеү, кескәйҙәрҙә милли байрамдарға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уларҙа кесе йәштән үк әсә теленә, үҙ милләтенең традицияларына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү ине. Ул үҙ маҡсатына ирешкәндер тип уйлайым. «Өмәселәр» эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Йоланы үткәреүҙә ярҙам иткән тәрбиәсе Гөлназ Иҫәнбаеваға һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Вәзимә Арғынбаеваға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Лилиә Игебаева, 5-се мәктәптең балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.