- Улым, һинең тыуған көнөң ҡасан әле?
-31 май.
-Ә һин ниндәй телдә һөйләшәһең?
-Башҡорт телендә.
-Ә, беләһеңме, башҡорт теленең дә тыуған көнө бар.
-Юҡ, олатай, белмәйем. Ҡасан?
-Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарарына ярашлы, 14 декабрь Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланылмаған, сөнки тап ошо көндө күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған...
Баймаҡ полилингваль лицей-интернатында Башҡорт теле көнөнә арналған тантаналы линейка ошондай һөйләшеүҙән башланды. Эйе, был белем усағында иртәнге 7.30-ҙа уҡ тел тураһында матур йырҙар яңғырап торҙо. Ә инде ҡулдарына Башҡортостан флагы тотҡан, милли кейемдәрҙәге, милли биҙәүестәрҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәр, уҡытыусылар байрамдың матур биҙәге булды. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булған 7-се «шайморатовсылар» класы килгән ҡунаҡтарҙы ишек төбөнән сәләмләп ҡаршыланы. Линейканы асып, директор вазифаһын башҡарыусы Рәсимә Килдейәр ҡыҙы туған телебеҙҙе ҡәҙерләргә, уны һаҡларға һәм яҡларға саҡырҙы. Ул шулай уҡ тел тураһында матур шиғри юлдар һөйләп ишеттерҙе.
Линейканы Алтынай Әхмәҙуллина менән Илзидә Күсәмишева алып барҙы. Был сараның төп ҡунағы - хеҙмәт юлын лицей-интернатта оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Ғәйниямал Вәлиәхмәт ҡыҙы Ишалина булды. Ул был дата әһәмиәте тураһында һөйләп кенә ҡалманы, ә думбырала уйнап, йырлап та ишеттерҙе: Рәми Рәриповтың «Туған тел» шиғырына яҙылған йырҙы барыһы ла йырланы. Шулай уҡ моңло һандуғастар - йыр уҡытыусыһы Гөлиә Муллагилдинаның һәм 7-се "А" класс уҡыусыһы Гөлиә Салихованың «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры һәр кем күңеленә хуш килде. Тантаналы линейка шул тиклем ойошҡанлы үтте. Күҙҙәрендә осҡон сәсрәтеп торған дәртле, талантлы уҡыусыларҙың рухлы, тасуири итеп шиғыр һөйләүҙәре, ҡушылып йырлауҙары һөйөндөрҙө.
Тел көнөнә арналған сараның икенсе өлөшө өлкән класс уҡыусылары, килгән ҡунаҡтар, башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп коллективы етәкселеге ҡатнашлығында «Түңәрәк өҫтәл» артында дауам итте. «Ни хәлдәһең, туған тел?» исемле һөйләшеү бик фәһемле булды. Уны уҡытыусылар Сафа Зиннур улы Ишҡыуатов һәм Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтова ойошторҙо. Сараны алып барыуҙа 11-се "Б" класс уҡыусыһы Лилиә Дауытбаева ла үҙ өлөшөн индерҙе.
Алып барыусылар уҡыусыларға телефонығыҙҙа башҡорт шрифты бармы, һуңғы ваҡытта яратып уҡыған китабығыҙ, башҡорт теле үҫешенә ниндәй өлөш индерә алыр инегеҙ, икенсе милләт кешеһе менән ғаилә ҡороуға нисек ҡарайһығыҙ, һеҙ ҡорасаҡ ғаиләлә ниндәй тел өҫтөнлөк алырға тейеш, дәүләт тарафынан тел нисек яҡланырға тейеш? ошоноң кеүегерәк һорауҙар бирҙе. Ҡайтарылған яуаптарҙан йәш быуындың башҡорт теленең киләсәге өсөн борсолоуы күренде. Телефондарында башҡорт шрифтары менән хәбәр яҙышыуҙары, башҡортса китап уҡыуҙары һәм телгә ҡағылышлы мәсьәләргә төплө яуап биреүҙәре ҡыуандырҙы. «Асыҡ дәрес бик оҡшаны. Унда мин донъяла нисә тел барлығын, ҡайһы телдәр юғалыу ҡурҡынысы аҫтында торғанын, тиҫтерҙәремдең туған телебеҙгә ҡарата ҡарашы тураһында белдем. Үҙемә килгәндә, мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен яратам. Районда үткән олимпиадала ҡатнашып, 2-се урын яуланым. Әле республика кимәлендә үтәсәк конкурсҡа әҙерләнеп йөрөйөм»,- тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште 10-сы «А» класы уҡыусыһы Нурсилә Ғүмәрова. Түңәрәк өҫтәл артындағы һәйләшеү «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын күмәкләп йырлау менән тамамланды. Баймаҡ лицей-интернатында үткән сара юғары кимәлдә ойошторолоп, барыһына ла оҡшаны.
Белем усағы, тел көнөнә арналған саралар үткәреү бер көн менән генә сикләмәне. Бында Башҡорт теле айҡанлы аҙналыҡ иғлан ителеп, аҙна дауамында тематик саралар үтте. М. Аҡмулла иҫтәлегенә арналған мәғрифәтселек сараһы, Я.Хамматов,Р.Шаммасов, Ф.Туғыҙбаеваның тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә арналған тематик дәрестәр, билдәле шәхестәрҙең телебеҙгә арналған ялҡынлы һүҙҙәрен сағылдырған күргәҙмә, башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса һүрәттәр, телгә арналған асылма конкурстары, башҡорт теленән «Иң таҙа дәфтәр» акцияһы, «Йөрәк һүҙем» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, «Әсә теле - иң матур тел», «Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшәбеҙ» флешмобтарында һәр класс әүҙем ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, район мәғариф өлкәһендә һуңғы йылдарҙа Башҡорт теле көнөн үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл да был көн сиктәрендә ауыл һәм ҡала мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында бик күп саралар үтте, флешмобтар ойошторолдо. Мәҡәләне йомғаҡлап, яғымлы ла, бай ҙа булған әсә телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҙ-ара туған телебеҙҙә аралашайыҡ, балаларыбыҙҙы ла башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләп патриотик рухта үҫтерәйек, тип әйтәһе килә.