Көмөш юбилейың менән, лицей!
Ҡаланың үҙәк урамында әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә йәлеп итеп, ҡот уйнап торған 4-се лицей 25 йыллыҡ матур юбилейын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан халыҡ ижады үҙәгендә ҙур сара үтте. Байрам баштан аҙағына тиклем ҡотлауҙарға, тәбрикләүҙәргә бай булды. Юбилейын билдәләүсе мәктәп коллективының ҡыуанысын уртаҡлашырға район һәм ҡала хакимиәте етәкселеге, мәғариф ветерандары, төрлө йылдарҙа ошо мәктәптә белем алған сығарылыш уҡыусылары килде. Улар белем усағының алдағы йылдарҙа ла уңышлы эшләүен теләп, изге теләктәрен еткерҙе. Оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән уҡытыусыларға, мәғариф ветерандарына лицей үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Байрамды лицей директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Диана Утарбаева һәм тарих уҡытыусыһы Айнур Ишкилдин бик матур итеп алып барҙы. Педагогик коллектив һәм уҡыусылар әҙерләгән концерт программаһы тамашасылар күңеленә хуш килде.
25 йыл эсендә мәктәптә биш директор алмашына. Улар - Азамат Салихов, Булат Сәғитов, Ринат Ильясов, Булат Тайбугин һәм хәҙерге йәш етәксе Руслан Гатин белем усағының үҫеше өсөн бар көсөн һәм тырышлығын һала. Алып барыусылар уларҙы оло хөрмәт һәм ихтирам менән алҡышлап сәхнәгә сығарҙы. Кисәге директорҙар, бөгөн инде сәстәренә сал ҡунған мәғариф ветерандары ҡунаҡтарға үҙҙәренең эшләү дәүерендәге төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләне, хәтирәләре менән бүлеште.
Мәктәптә әлеге ваҡытта 887 уҡыусы белем ала. Уларға эштәренә яуаплы ҡараған, үҙ фәндәре буйынса төплө белем биреүгә ынтылған 48 уҡытыусы белем бирә. Мәктәп асылғандан алып хәҙерге көнгә тиклем, йәғни 25 йыл дауамында, ошонда хеҙмәт юлын дауам иткән уҡытыусылар ҙа бар. Гөлнара Аблаева, Миләүшә Бәхтиева, Миңнур Вәхитова, Айгөл Камалова, Флидә Кәримова, Гөлдәр Сәйетҡолова, Регина Кәримова, Айгөл Сирбаева, Әлфиә Түләкова, Надежда Феоктистова, Мәрүәр Коренева - тап шундайҙарҙан.
«Беҙҙең мәктәптә татыу коллектив тупланған. Коллегаларым менән балаларға тейешле белем һәм тәрбиә биреү өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Шулай уҡ беҙ хаҡлы ялдағы мәғариф ветерандары менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Улар тарафынан ойошторолған «Нурлы» клубы йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Ветерандар беҙгә кәңәштәре менән һәр ваҡыт ярҙам итә. Ә үҙемә килгәндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытам. Үҙ эшемде яратам. Иң тәү сиратта, уҡыусыларҙа белем сифатын үҫтерергә тырышһам, икенсе маҡсатым -балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү, уларҙы рухлы итеп тәрбиәләү. Тырыш, белемгә ынтылған ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡый беҙҙең мәктәптә. Тел һәм әҙәбиәт буйынса һәр ваҡыт район, республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Ышанысыбыҙҙы аҡлап, уҡыусылар һәр ваҡыт алдынғы урындарҙы яулай. Федераль кимәлдә үткән бәйгеләрҙә лә үҙебеҙҙе һынап ҡарап, еңеүгә өлгәштек. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙан тыш, 6-сы класта класс етәксеһе булып эшләйем. Һәр сығарылыш класым да уңыштары менән ҡыуандырып тора. 2019 йылда тамамлаған 18 уҡыусымдың 8-е мәктәпте миҙалға тамамланы», - ти Айгөл Әнүәр ҡыҙы.
25 йыл дәүер эсендә белем усағы меңәрләгән ҡыҙ һәм егеткә белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатҡан. Байрамда ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа ҡатнашты. “Беҙ 25 йыл элек 4-се мәктәпте тамамланыҡ, йәғни уның беренсе “ҡарлуғастары”. Ошо мәктәптә белем алыуым менән бәхетлемен. Балаларым да ошонда уҡыны. Бөгөнгө сарала үҙемдең уҡытыусыларымды, класташтарымды күреп, аралашып, йәнә мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдым”, - тине Зәлиә Хәмитова.
Мәктәптә балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш, уларҙы патриотик рухта, шулай уҡ хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусылар йәйге лагерь ваҡытында мәктәп янындағы баҡсала йәшелсә-емеште тәрбиәләй, сәскәләргә һыу ҡоя.
Мәктәп бер нисә йыл рәттән «Йыл мәктәбе» район конкурсында еңеүсе булды, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы мәктәбе” исеменә лә лайыҡ булды. Ошонан сығып та, белем усағындағы уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә кимәленең ни тиклем юғары булыуын күрергә була.
Юбилейың менән, лицей! Киләсәктә лә гөрләп сәскә ат! Һиндә белем алған уҡыусылар районыбыҙ, республикабыҙ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булһын. Ә уҡытыусыларға уларҙың уңыштарына ҡыуанып, былар беҙҙең уҡыусылар, тип ғорурланып әйтергә яҙһын!