Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе үҙенең тәүге юбилейын билдәләне. Эйе, тап 5 йыл элек ошондай уҡ һыуыҡ көндә мәктәп тәүге тапҡыр уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асты.
Тантаналы сара мәктәпт алдындағы һәйкәл янында башланып китте. Унан килгән ҡунаҡтар изге йолаға ҡушылып, мәктәп алдына ағас ултырттылар.
Артабан сара бина эсендә дауам итте. Сәсән уҡыусылар сәләмдәре менән ҡаршы алды. Балалар баҡсаһының тамашалар залында уҙған сара ла күңелле һәм йылы тойғолар менән һуғарылып барҙы.
Тантаналы сарала район ветерандары советы рәйесе, мәғариф ветераны Көнһылыу Әхмәтова, мәктәптең тәүге директоры Фәнил Йылҡыбаев, "Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Булат Юламанов, мәғраиф бүлеге метдисы Люция Сөләймәнова һәм башҡалар ҡатнашты.
Сара тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.