Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь , 11:30

Наҙлы ҡояш кеүек

“Беҙҙә тәрбиәселәр династияһы дауам итә, тиер инем, - тип һүҙен башланы мәҡәләм геройы Миңзәлә Мират ҡыҙы. - Әсәйем Йомаш ауылында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләне, уның юлын мин дауам иттем, ҡыҙым да ошо өлкәлә эшләй”.

Тәрбиәсе - оло яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға ҡурҡмаған, сабыр холоҡло һәм бала йәнле кеше ул. Тап ошо сифаттар Ғүмәр ауылының мәктәпкәсә йәштәге төркөм тәрбиәсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны Миңзәлә Үҙәнбаеваға хас.  Бына 40 йыл инде ул яратҡан һөнәренә тоғро.

“Беҙҙә тәрбиәселәр династияһы дауам итә, тиер инем, - тип һүҙен башланы мәҡәләм геройы Миңзәлә Мират ҡыҙы. - Әсәйем Йомаш ауылында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләне, уның юлын мин дауам иттем, ҡыҙым да ошо өлкәлә эшләй”.

Ул кескәй генә сағында уҡ әсәһенә эйәреп балалар баҡсаһына йөрөй. Тәрбиәсе һөнәренең нескәлектәрен күреп, күңеленә һеңдереп үҫә. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, апай-ағалары бесәнгә йәки берәй ергә эш буйынса китһәләр, балаларын  уйнатып, ашатып, матур итеп көтөү ҙә уның иңендә була. Шуға ла уҡып бөтөп, киләсәккә һөнәр һайлау бурысы торғанда, һис икеләнмәйенсә, тәрбиәсе һөнәрен һайлай. Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия училищеһында белем алғас, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ул ваҡытта ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөү өҫтөндә була. Яңы бинаға урынлашыу, күсенеү, таҙалау эшендә Миңзәлә Мират ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур була.   

1990 йылда Ғүмәр ауылынан Нур атлы егет Миңзәләгә кәләш итеп алырға тәҡдим яһай. Ләкин Йомаш ауылының  балалар баҡсаһы етәксеһе Сания Барлыбаева башкөллө эшкә сумған тырыш йәш белгесте юғалтыуҙан ҡурҡа. Буласаҡ кейәү егетте саҡыртып алып, шаярыу ҡатыш үҙ шартын ҡуя: Миңзәләбеҙ артабан ошонда эшен дауам итә икән, шул осраҡта ғына кейәүгә бирәбеҙ. Егет был шартҡа риза була. Шулай итеп, Миңзәлә Мират ҡыҙы тормошҡа ла сыға, эшен дә тәүге коллективында дауам итә. Ғаиләлә бер-бер артлы ҡыҙҙары Гүзәл, улдары Рамаҙан һәм Мирас тыуа. Ул хеҙмәт юлын килен булып төшкән ерендә - Ғүмәр ауылында дауам итә һәм әлеге көнгә тиклем үҙ эшен яратып башҡара. Был өлкәлә ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә бик күп кескәйҙәрҙе мәктәпкә әҙерләй. Әле ҡарамағындағы ун балаға ул икенсе әсәй ҙә, аҡты-ҡаранан, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеүсе уҡытыусы ла.

 Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, Миңзәлә Мират ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Ул һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, балаларҙың һәләттәрен һәр яҡлап үҫтереүгә көс һала. «Баланың мәктәпкәсә осоро – бик яуаплы, мөһим мәл. Көн һайын уларға иғтибар, күңел йылыһы бирергә кәрәк, шулай уҡ әгәр баланың берәй һәләте бар икән, уны артабан үҫтереү өсөн тырышабыҙ. Кескәйҙәрҙең телмәрен үҫтереү, кешеләр менән аралашырға өйрәтеү - төп маҡсат. Күпме бала – шунса холоҡ. Шуға күрә уларға яраҡлашырға, айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һалырға кәрәк», - ти мәҡәләм геройы.

 Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика кимәлендә үткән ҡумыҙҙа уйнау, шиғыр һөйләү, йыр конкурстарында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Тынғыһыҙ тәрбиәсе үҙе лә спорт менән дуҫ. Йыл һайын уҡытыусылар араһында үткәрелгән спартакиадала  йөҙөү һәм саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй.  Тәрбиәсе һөнәрен һайлағанға үкенгәнегеҙ  булманымы, тигән һорауға ул шулай тип яуап бирҙе: «Юҡ, һәр ваҡыт янымда тик изге күңелле, ярҙамсыл коллегалар, яҡшы етәкселәр осрап торҙо. Әле тәрбиәсе ярҙамсыһы  Йәмилә Тәлғәт ҡыҙы менән татыу, матур итеп эшләйбеҙ.  Ата-әсәләр менән дә аңлашып, бергәләп эшләйбеҙ. Балаларҙы ла яратам. Ялдарҙан, оҙайлы каникулдарҙан һуң эшкә кескәйҙәремде һағынып барам».

 Эйе, ашҡынып барыр эшең, һағынып ҡайтыр өйөң булыу - үҙе ҙур бәхет. Ғаиләһе менән дә бәхетле Миңзәлә ханым. Тормош иптәше Нур Нурислам улы менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Әсәһенең юлын дауам итеп ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләгән, кескәйҙәрҙә йыр-моңға һөйөү тыуҙырған ҡыҙҙары Гүзәл әле декрет ялында. Улдары Рамаҙан махсус хәрби операцияла, Мирас - Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы студенты. Шул уҡ ваҡытта «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй.

Миңзәлә Мират ҡыҙы быйыл йәйгеһен 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан, үҙ эшен яратҡан, коллегалары, ауылдаштары араһында ҙур ихтирам яулаған, тормоштан йәм, һәр көндән ҡыуаныс, эшенән йыуаныс тапҡан  Миңзәлә Мират ҡыҙы кеүектәр һоҡланыу тыуҙыра.

Альбина Байегетова.

Наҙлы ҡояш кеүек
Наҙлы ҡояш кеүек
Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: