Йәй санаңды әҙерлә, тигәндәй, район мәктәптәрендә ремонт эштәренең ҡыҙған мәле. Быйыл ул Мәктәп системаһын яңыртыу федераль программаһы сиктәрендә атҡарыла. 2022 йылда ҡаланың 3-сө һәм Темәс ауылының урта мәктәптәренә капиталь ремонт эшләнде. 2023 йылда ошо уҡ программа буйынса 4 мәктәптә, атап әйткәндә 1-се мәктәптә, 4-се лицейҙа, Ниғәмәт урта дөйөм белем биреү мәктәбендә, Беренсе Төркмән урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ремонт эштәре башҡарылды. Быйыл ошондай уҡ капиталь ремонт эштәре Баймаҡ лицей-интернаты бинаһында үткәрелә.
Төҙөүселәр Баймаҡ лицей-интернатында ремонт эштәрен май айында уҡ башлағайны. Лицейҙы капиталь ремонтлау программаһы киң мәсьәләләр спектрын үҙ эсенә ала. Был лицей-интернатҡа ҡағыласаҡ тулы ҡиммәтле ремонт эштәре генә түгел, шулай уҡ яңы мебель һәм ҡорамалдар һатып алыу, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү ҙә.
Һуңғы ике йыл эсендә программа сиктәрендә райондың 6 мәктәбендә капиталь ремонт үткәрелгән. Мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса беҙҙең район республикала алдынғылар рәтендә.