Балалар ижады үҙәге коллективы "Орленок" лагерында булып, тәрбиәләнеүселәр өсөн «Күңелле каникулдар» тигән квест-уйын үткәреп ҡайтты.
Квест шарттары буйынса, уйын 8 станцияға бүленде. Лагерҙағы һәр отряд был станциялағы заданиеларҙы лайыҡлы үтергә тейеш булды. Был заданиелар ҡфҙфҡлы һәм мауыҡтырғыс булыуы менән айырылып торҙо.
Уйын һуңында бар балалар бергә йыйылып, флешмоб бейене. Лагерҙа тәрбиәләнеүселәргә был уйын бик ныҡ оҡшаны.
«Һуңғы ваҡытта квест балалар уйындары араһында бик популяр. Улар балаларҙа логик фекерләү һәләтен үҫтерергә, уларҙы әүҙем уйларға һәм хәрәкәт итергә мәжбүр итә. Уйын балаларға коммуникатив һәләттәрен һәм командала эшләй белеү оҫталығын үҫтерергә ярҙам итә. Шулай уҡ фекер йөрөтөү процесы һәм тәнҡитле фекерләү дәртләндерә. Тағы ла квестар баланың үҙ-үҙенә ышаныу кимәлен арттыра, сөнки мәсьәләне уңышлы хәл итеү үҙ һәләттәренә ышаныс бирә. Лагерҙа тәрбиәләнеүселәргә уйын бик оҡшаны. Улар ҡәнәғәт ҡалды», - тине балалар ижады үҙәгенең ойоштороусы-педагогы Әлфинә Вәлиева.