Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь , 14:13

РобоҺабантуй - роботтар һабантуйы

8 - 9 июндә Бөрйән районында ғәҙәти булмаған һабантуй - робот техникаһы буйынса "РобоҺабантуй" республика фестивале уҙҙы. Башҡортостан Республикаһының төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу уҡыусы, 16 команда ҡатнашты. Конкурсанттар Робофутбол; Робокәрәш; Робот ат сабыштары; Арҡан тартыу; көршәк ватыу; осоп барған роботтарҙың уҙыштары; "Роботтар ҡурсаулыҡтар хеҙмәтендә" темаһына ижади проекттар конкурсында көс һынашты.   

РобоҺабантуй - роботтар һабантуйы
РобоҺабантуй - роботтар һабантуйы

8 - 9 июндә Бөрйән районында ғәҙәти булмаған һабантуй - робот техникаһы буйынса "РобоҺабантуй" республика фестивале уҙҙы. Башҡортостан Республикаһының төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу уҡыусы, 16 команда ҡатнашты.

Конкурсанттар Робофутбол; Робокәрәш; Робот ат сабыштары; Арҡан тартыу; көршәк ватыу; осоп барған роботтарҙың уҙыштары; "Роботтар ҡурсаулыҡтар хеҙмәтендә" темаһына ижади проекттар конкурсында көс һынашты. 

Районыбыҙ намыҫын "Йәш техниктар" станцияһы уҡыусылары лайыҡлы яҡланы. Улар командаһы робот техникаһы буйынса республика фестивалендә абсолют еңеүсе булды һәм күсмә Кубок, дипломдар, миҙалдар менән бүләкләнде.

- «Робофутбол» ярышында:


Беренсе урын - «Ардуиндар» командаһы, уның составында: Яҡшыбаев Данил, Ғибәҙуллин Айҙар, Биктимеров Ғаян (етәксеһе Солтанов Б.Я.)

Өсөнсө урын-«Һуңғы йәйләү»: Исмәғилев Родион, Шаһиев Алмас, Иҫәнбаев Ирфан (етәксеһе - Ямғурсина Р.Р.)

- «Арҡан тартыу» ярышында:  

1-се урын - ҒаянБиктимеров ;

- «Робот аттары» ярышында 


1-се урын - Яҡшыбаев Данил;

3-сө урын - Биктимеров Ғаян;

- Ижади проекттарҙы яҡлау ярышында:


1-се урын - Яҡшыбаев Данил һәм Ғибәҙуллин Айҙар

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексынан махсус бүләк менән Иҫәнбаев Ирфан, Иҫәнбаев Арсен, Әхмәтйәнов Руслан, Исмәғилев Родион бүләкләнде.

Уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексына бушлай экскурсиялар ойошторолдо


Фестиваль партнерҙары -


Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Толтек - Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы" технопаркы


«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: