Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май , 11:01

Премияға кемдәр лайыҡ булды?

Ҡолсора урта мәктәбендә билдәле педагог Зәйтүнә Йәғәфәрова- Мөхәмәтшина исемендәге премияның сираттағы лауреаттары билдәләнде.

Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?

 

 

 

Кисә Ҡолсора урта мәктәбендә "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһында барлыҡ ғүмерен мәғариф өлкәһен үҫтереүгә арнаған билдәле педагог һәм тәрбиәсе Зәйтүнә Әхмәткәрим ҡыҙы Йәғәфәрова-Мөхәмәтшина исемендәге премияға лайыҡ булған уҡыусылар тәбрикләнде.Йыл һайын тапшырылып барған был премия математика, башҡорт теле һәм спорт өлкәләрендә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүселәргә бирелә.

Быйыл был бүләккә 11-се кластан Илүзә Йәнтүрина, 10-сы кластан Айгүзәл Миҙәтғәлина һәм 9-сы кластан Инйәр Миҙәтғәлин лайыҡ булды.

Премияны педагогтың улы, Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы Илшат Мөхәмәтшин тапшырҙы.

Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: