Ҡаланың 5-се мәктәбендә ике көн дауамында, башланғыс, урта һәм өлкән кластар өсөн "Йондоҙҙар балҡышы" тип аталған бик матур сара үтте. Бында 2023-2024 уҡыу йылында уңыштар ҡаҙанған, һәр төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡҡан уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.
Сара тап "Йондоҙҙар балҡышы" сараһы өсөн махсус яҙылған гимн менән башланып китте. Уның көйөн һәм һүҙҙәрен Буранбай ауылынан Р.Ғәйетбаева ижад иткән.
Шулай итеп, "Йыл уҡыусыһы-2024" исемен "Урал батыр" эпосын оҫта итеп һөйләгән, "Башҡорт малайы" конкурсында Гран-при яулаған 4-се "А" класы уҡыусыһы Нияз Байегетов алды. "Йыл класы-2024" исеменә төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып тәүге урындарҙы алған берҙәм һәм татыу 4-се "А" класы уҡыусылары (етәксеһе - Динә Мырҙағәлина) лайыҡ булды.
Ә бына өлкән кластар араһында "Йыл уҡыусыһы" исеменә республика олимпиадаларында, ғилми тикшеренеү һәм проекттар эштәрендә күп тапҡырҙар еңеп сыҡҡан 9-сы "Б" класы уҡыусыһы Дарья Баскакова лайыҡ булды. Дарья шулай уҡ бағыусы Ф.Н. Байегитов әҙерләгән аҡсалата премия менән дә бүләкләнде. "Йыл спортсыһы" премияһы 9-сы "Б" класы уҡыусыһы Ильяс Насыров менән 7-се "Б" класы уҡыусыһы Ғәҙел Ҡоҙашевҡа бирелде. "Йыл класы" номинацияһында олимпиадаларҙа еңеп сыҡҡан, ижади конкурстарҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәткән 9-сы "Б" класы (етәксеһе - Д.М. Аткина) еңеүсе тип танылды.
Бағыусы булып шулай уҡ мәктәп логопеды И.В. Шәрипова ла сығыш яһаны. Ул башҡорт балын бирҙе. Махсус талы призға тарих һәм иҡдисад уҡытыусыһы Зөлфиә Абдрахимоваға бирелде.
Матур сараны музыкаль яҡтан "Шатлыҡ" (етәксеһе - Р.С. Иҙелбаева), "Импульс" (етәксеһе - А.Г. ИСмәғилова) һәм "Афарин" (етәксеһе Э.И. Ғәйетбаева) музыкаль берекмәләре биҙәне.
Йондоҙҙар балҡышы
Р.Ғәйетбаева һүҙҙәре һәм көйө
Аҡ донъяға апрель килгән.
Мәктәпкә байрам килгән.
Бар тәбиғәт шатлығынан
Сәскәләргә күмелгән.
ҠУШЫМТА:
Йондоҙҙар балҡышы сағыу
Таңдың нурлы сәсәге
Һеҙ - мәктәптең ғорурлығы
Һеҙ - илдең киләсәге.
Бөгөн беҙҙә ҙур мөғжизә
Сәхнә балҡый йондоҙҙан.
Иң талантлы, иң аҡыллы
Иң тырыштар йыйылған
ҠУШЫМТА:
Йондоҙҙар балҡышы сағыу
Таңдың нурлы сәсәге
Һеҙ - мәктәптең ғорурлығы
Һеҙ - илдең киләсәге.
Бары улар ғына төшөр
Дингеҙҙең тәрәненә.
Барыр ерҙең төпкөлөнә,
Менер тау түбәһенә.
ҠУШЫМТА:
Йондоҙҙар балҡышы сағыу
Таңдың нурлы сәсәге
Һеҙ - мәктәптең ғорурлығы
Һеҙ - илдең киләсәге.