Бөгөн Баймаҡтың бишенсе белем биреү биләмәһендә быйма байрамы булырға белдереу булғас, барыһы ла булмаһа ла, байтағы быймаларын бер-береһенән былайыраҡ биҙәп, байрамға барыр булғандар. Башҡалары биҙәнде бешеренде. Быймам булмағас, бахыр булып бармаҫҡа булғайным, бабайым быймаһын биргәс, биҙәнем дә барырға булдым. Байрам барышында буран булмаһын, байрамдың бәҫе булмаҫ бит, былай булманы бураны. Булдыҡлы белем биреүселәр барыһын да булдырған: бешеренгәндәр ҙә, быймаларын да биҙәгәндәр, бейенеләр ҙә. Быймалары булмағандар ҙа байрамға барғандар, барыһы ла булды. Беҙҙең Байегетова белдекле бит - барыһын да бәйән-бәйән барлап бер булды. Бына биологиянан белем биреүсенең быймаһы булмағас, байрамға бармаҫҡа булған. Бикмырҙинанының да быймаһы булмағандыр. Баймөхәмәтова быймаһын биҙәп, бейеп бер булды. Байрамда бер белем биреүсенең дә бабайы булманы. Балалар баҡсаһынан берәү баҡса буйынан боҫоп беҙҙе барланы. Байрам бөткәс, белем биреү башлығы барыһына ла “Бишле” билдәләне. Бүләктәр булманы. Байрамда булмағандар бурылдашмаһындар - белдереү булды бит.
Был "Б" хәрефенә башланған тексты ҡаланың 5-се мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Венера Ҡасҡынова ижад иткән. Афарин, тиеп әйтәйек.
Был юҡҡа ғына түгел. Бөгөн бында уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бергәләшеп ҡышты оҙатты.
Ҡоймаҡ - ул ҡояш билдәһе
Һәр класс үҙенә бирелгән өҫтәлгә ҡоймаҡтан, быйманан матур ғына күргәҙмә әҙерләгән ине. Бында ҡоймаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Йоҡаһы, ҡалыны, селтәр кеүеге, төҫлөһө... Эслек һалып тултырылған ҡоймаҡтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уның эсенә бәшмәк менән тауыҡ итен ҡарып та, фаршты бешереп тә, эремсеген дә, картуф иҙмәһен дә, балыҡ ыуылдырығын да, еләк-емешен дә, ҡуйыртылған һөтөн дә - һәр төрлөһөн һалғандар ине. Ошонда уҡ йәрминкә лә ойошторҙолар. Балалар ҙа, ололар ҙа күпләп ҡоймаҡ һатып алдылар.
Был күргәҙмәгә ҡарап, ҡоймаҡтың, ысынлап та, ҡояш билдәһе булыуына инанаһың. Жюри ағзаларына иң матур һәм иң тәмле ҡоймаҡты бешереүселәрҙе билдәләүе ауырға төштө. Барыһына ла 1-се урынды бирергә булыр ине. Әммә ярыш булғас, уның еңеүселәре лә булырға тейеш. Шулай итеп, 1-се урынды 7-се "Б" класы алды. 2-се урын 2-се "Б" класына, 3-сө урын 6-сы "Б" класына бирелде.
Их, быймаһы! Киләһе конкурсты тап шулай атар инем. Байрам тантанаһын биҙәгән семәрле, сигелгән, биҙәлгән яулыҡ һәм быймалар ҙа бик күп ине. Шулай итеп, был конкурста 1-се урынды 9-сы "А" һәм 5-се "А" кластары уртаҡлашты. 2-се урын 4-се "А", 3-сө урын 7-се "А" кластарына бирелде.
Саф һауала үткән саралар һәр саҡ спорт уйындары менән аралашып бара. Был байрамда уҡыусылар арҡан да тартыштылыр, "Күңелле старт" уйынын да уйнанылар. Шулай итеп, спорт ярыштары буйынса 1-се урынды алған 3-сө "а", 2-се урынды яулаған 3-сө "Б", 3-сө урынға лайыҡ булған 5-се "Б" класы уҡыусылары айырылып торҙо.
5-се мәктәбе уҡыусылары ҡышты ҡарасҡы яндырып оҙатты.
Бына шулай, яҙыбыҙ ҙа ергә аяҡ баҫты!
Эльмира Кейекҡужина.