Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль , 11:10

Уҡыусыларҙың башланғысы маҡтауға лайыҡ

#Мәктәпинициативалыбюджетлаупроекты #ПроектешкольногоинициативногобюджетированиеБаймаҡрайоны Билал ауылы Урта дөйөм белем биреү мәктәбе «Мәктәп инициативалы бюджетлау» проектында ҡатнаша.

#Мәктәпинициативалыбюджетлаупроекты #ПроектешкольногоинициативногобюджетировБаймаҡрайоны

Билал ауылы Урта дөйөм белем биреү мәктәбе «Мәктәп инициативалы бюджетлау» проектында ҡатнаша. Нимә һуң ул мәктәп инициативалы бюджет? Тәү сиратта, мәктәп тормошон тағы ла сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү мөмкинлеге. Был проект дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусыларының иң мөһим башланғыстарын тормошҡа ашырыуға бюджет аҡсаһын тотоноу йүнәлештәрен билдәләү юлы менән локаль әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашыу формаһы булып тора. Билал мәктәбе уҡытыусыларының һәм уҡыусыларының маҡсаты: Балаларға һәм үҫмерҙәргә Интернет селтәренә ирекле инеү майҙансыҡтары булдырыу, кабинеттарҙы заманса йыһаҙландырыу. 2018-2023 йылдарҙа беҙҙең мәктәп урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында (ППМИ) ҡатнашып ағас тәҙрәләрҙе заманса, яҡты, йылы пластик тәҙрәләргә алмаштырыуға өлгәште. Быйылғы йылда «Мәктәп инициативалы бюджетлау» проектында ла уңыштарға өлгәшерҙәр тип уйлайбыҙ. Уңыштар насип булһын! Райхана Булатова, китапханасы.

Уҡыусыларҙың башланғысы маҡтауға лайыҡ
Уҡыусыларҙың башланғысы маҡтауға лайыҡ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: