Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль , 18:35

Белем иленә сәйәхәт

-

#Ғаиләйылы Интеллектуаль уйындар иленә сәйәхәт Билал ауыл китапханаһында "Яҙыусынан - уҡыусыға" исемле йәнә бер проект старт алды. Проект сиктәрендә "Интеллектуаль уйындар иленә сәйәхәт" кә III - IV класс уҡыусылары етәкселәре Флүрә Рафаэль ҡыҙы менән килде. Балалар менән аҡыл-зиһенен, танып-белеүҙәрен, уйлау, фекерләү һәләттәрен үҫтереүсе уйындар уйнаныҡ. Ғаилә йылына арналған һүрәттәр, йырҙар, шиғырҙар, йомаҡтар бәйгеһендә лә етеҙлектәрен күрһәтте уҡыусылар. "Яҙыусынан - уҡыусыға" проектының төп маҡсаты һәр төрлө китаптарҙы китап уҡыусыға еткереү, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар үткәреү. Райхана Булатова, китапханасы.

Белем иленә сәйәхәт
Белем иленә сәйәхәт
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: