Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2023, 17:05

Лицейға - 30!

Баймаҡ интернат-лицейында үткән йылдар үҙе бер ғүмер бит ул. Әле лә ауылдан килгән көнөм күҙ алдында. Бындағы бар донъя ят һымаҡ тойолдо. Кире ҡайтып китергә теләгән саҡтар ҙа булманы түгел. Тик бындағы ихлас күңелле тәрбиәселәр, бай тәжрибәле уҡытыусылар тиҙҙән күңелемде яулап алды. Туған телемә ҡарата һөйөү ҙә тап ошонда уянды. Баймаҡ интернат-мәктәбенең лицей статусы алыуына 30 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Ә бит барыһы ла кисә генә булған кеүек ине... Баймаҡ лицей-интернатында үткән тантана “Эй, лицейым белем усағым! Һин ғүмерҙең иң гүзәл сағы!” тип аталды. Сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, лицей-интернаттың тәүге директоры Буранбай Күсәбаев, мәғариф ветерандары, тап шул йылдарҙа эшләгән мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.

Лицейға - 30!
Лицейға - 30!
Лицейыбыҙға - 30!
 
Баймаҡ интернат-лицейында үткән йылдар үҙе бер ғүмер бит ул. Әле лә ауылдан килгән көнөм күҙ алдында. Бындағы бар донъя ят һымаҡ тойолдо. Кире ҡайтып китергә теләгән саҡтар ҙа булманы түгел. Тик бындағы ихлас күңелле тәрбиәселәр, бай тәжрибәле уҡытыусылар тиҙҙән күңелемде яулап алды. Туған телемә ҡарата һөйөү ҙә тап ошонда уянды. Баймаҡ интернат-мәктәбенең лицей статусы алыуына 30 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Ә бит барыһы ла кисә генә булған кеүек ине...
 
Баймаҡ лицей-интернатында үткән тантана “Эй, лицейым белем усағым! Һин ғүмерҙең иң гүзәл сағы!” тип аталды. Сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, лицей-интернаттың тәүге директоры Буранбай Күсәбаев, мәғариф ветерандары, тап шул йылдарҙа эшләгән мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.
 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: