Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2023, 11:43

Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ

Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы, Рәсәй Президенты иғлан иткән "Уҡытыусы һәм остаз йылына" арнап, "Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ" исемле әҙәби сара әүҙем үтте.Көҙҙөң матур көнөндә ауылыбыҙҙың остаздары Ҡыуаҡ аҫтындағы "Ирназар", "Байназар" шишмәләре янына йыйылдылар. Сараға Моҡас ауыл хәкимәте башлығы Атанғолов Нияз Әхмәр улы килде.

Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ
Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ

Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы, Рәсәй Президенты иғлан иткән "Уҡытыусы һәм остаз йылына" арнап, "Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ" исемле әҙәби сара әүҙем үтте.
Көҙҙөң матур көнөндә ауылыбыҙҙың остаздары Ҡыуаҡ аҫтындағы "Ирназар", "Байназар" шишмәләре янына йыйылдылар. Сараға Моҡас ауыл хәкимәте башлығы Атанғолов Нияз Әхмәр улы килде.
Әбдисова Л.М. сараны йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.
Шишмә һыуынан ҡайнатҡан эҫе сәй, тәмлекәстәр менән һыйланып алғас мәғариф ветерандары, әлеге көндә эшләп йөрөүсе уҡытыусылар үҙҙәренең:
- Ни өсөн мин "Уҡытыусы" һөнәрен һайланым тигән темаға әңгәмә ҡорҙолар.
Харрасова Зәлифә Афзал ҡыҙы:
- башланғыс класс уҡытыусыһының килешле кейеменә, холоҡ-фиғеленә һоҡланып бөтә алмауы һәм мотлаҡ уҡытыусы буласағы тураһында һөйләне.
Мәҡсүтова Сәүиә Вәкил ҡыҙына һөнәрҙе атаһы һайлағанын белдек. Хасанова Гөлдәр Риза ҡыҙы, Рамазанова Гөлсинә Әбдрәхим ҡыҙы фәҡәт математика уҡытыусыһы булырға хыялланғандар. Вагапова Сания апай ғүмер буйы бер урында, ауыр шарттарҙа ашнаҡсы булып эшләгәненә бер ҙә үкенмәүен белдерҙе. Саралағы барлыҡ уҡытыусылар ҙа һөнәрҙәренә тоғро һәм яратып һайлауҙарын аңланыҡ. Эшләгән дәүерҙәрендә ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында иҫләп көлөшөп алдылар.
Ауыр, яуаплы, әммә иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәренең береһе - уҡытыусы икәненә инандыҡ. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙар.
Һүҙҙе Нияз Әхмәр улы дауам итте. Сараға йыйлыусыларға йылы теләктәр теләп, ауылда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға почет грамоталар тапшырҙы.
Ләйсән Морат ҡыҙы әҙерләгән төрлө уйындар уйнанылар, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар таптылар, хәрефтәргә һүҙҙәр төҙөнөләр, йомаҡтар систеләр, сетерекле хәл-ваҡиғаларҙан сығыу юлдарына дискуссия ҡорҙолар.
Бөгөнгө сара барыһының да күңеленә хуш килде. Таҙа, тәрбиәле урында урынлашҡан шишмәләргә һоҡланып, иҫтәлеккә фото төштөләр.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башкиры #башҡорттар #Баймаҡбашҡорттарыҡоролтайы
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #башкиры #башҡорттар #атайсал #Атайсал #СәләмәтАуыл2023#АйыҡАуыл

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: