Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Октябрь 2023, 15:40

Бәхил бул, Фирҙәүес апай!

Өфөлә Рәсәйҙең тел ғалимәһе, башҡорт теле өлкәһендәге белгес, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова 74-се йәшендә донъя ҡуйҙы...

Өфөлә Рәсәйҙең тел ғалимәһе, башҡорт теле өлкәһендәге белгес, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова 74-се йәшендә донъя ҡуйҙы.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуған. Бала сағынан уҡ уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ Белорет педагогия училищеһына уҡырға ингән. 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетын уңышлы тамамлап, Белорет һәм Ауырғазы райондары мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Фәнгә ҡыҙыҡһыныуы көсәйгәс, СССР Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының аспирантураһын һайлай.

1978 йылдан 1985 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1980 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1993 йылда фән докторы дәрәжәһенә эйә була.

1985 йылдан Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта.

1995 йылдан 1998 йылға тиклем - Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министры.

1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор урынбаҫары булып эшләй. Ә 2005 йылдан институтты етәкләй.

Бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана (1995-1999).

Рәсәй фәнен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Фирҙәүес Хисаметдиноваға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Фирҙәүес апайҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: