Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
24 Август 2023, 13:19

Уҡытыусылар кәңәшмәгә йыйылды

Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте.  

Уҡытыусылар кәңәшмәгә йыйылдыУҡытыусылар кәңәшмәгә йыйылды
Уҡытыусылар кәңәшмәгә йыйылды

Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте.

Сара халыҡ ижады алдындағы майҙансыҡтан башланды. Бында райондың балалар баҡсалары һәм мәктәптәре "Сәскәләр байрамын"а күргәҙмәләр әҙерләгән ине. Күргәҙмәләрҙең һәр ҡайһыһы тиерлек заманса талапҡа яуап биргән мәктәп һынын йәшелсәләр, емештәр һәм сәскәләр менән һынландырған ине. Шулай уҡ СВО темаһыла үҙәктә булды. 

Халыҡ ижады үҙәгендә үткән кәңәшмәлә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Илнур Таҡтаев, Рәсих Хәмитов, Илеш районынан химия һәм биология уҡытыусыһы Филүс Зиннәтуллин, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, райондың мәғариф хеҙмәткәрҙәре, мәғариф ветерандары, ҡырҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. 

Бөгөнгө кәңәшмә "Заман саҡырыуы һәм белем биреүҙең яңы шарттары" тип аталды. 

Көнүҙәк темаларға булған докладтарҙы тыңлағандан һуң иң-иңдәргә төрлө юҫыҡтағы наградалар бирелде. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас