Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
14 Август 2023, 15:30

Һалымһыҙ ғына

Студенттарға ярҙам - матди түләүгә һалым һалынмаясаҡБыл, мохтажлыҡ кисергән колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына матди ярҙам түләгәндә унан 13 процент һалым тотолмаясаҡ, тигәнде аңлата. Әлеге көндә ярҙам суммаһы 4000 һумдан артһа, түләүгә һалым һалына.Бындай матди ярҙамды...

Һалымһыҙ ғынаҺалымһыҙ ғына
Һалымһыҙ ғына

Студенттарға ярҙам - матди түләүгә һалым һалынмаясаҡ

Был, мохтажлыҡ кисергән колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына матди ярҙам түләгәндә унан 13 процент һалым тотолмаясаҡ, тигәнде аңлата. Әлеге көндә ярҙам суммаһы 4000 һумдан артһа, түләүгә һалым һалына.

Бындай матди ярҙамды:
- ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар;
- һаулыҡ мөмкинлектәре сикле студенттар;
- аҙ тәьмин ителгән ғаилә ағзалары һәм ярҙамға мохтаж башҡа категориялағы студенттар ала.

Түләү тәртибен һәм күләмен юғары уҡыу йорто йәки колледж локаль акттар нигеҙендә билдәләй.

Яңы нормалар 2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә: https://vk.cc/cqa2ZU

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас