Мәғариф
5 Август 2023, 13:05

Алға этәргән тикшеренеүҙәр

Илебеҙҙең яһалма интеллект баҙары 18 процентҡа артып, 650 миллиард һумға барып етте. Ошо темпты юғалтмаҫҡа һәм технологиялар индереү буйынса күрһәткестәрҙе тағы ла юғарыраҡ итергә кәрәк...

Алға этәргән тикшеренеүҙәрАлға этәргән тикшеренеүҙәр
Алға этәргән тикшеренеүҙәр

Рәсәйҙә яһалма интеллект индереүгә әҙерлек индексын билдәләү өсөн тикшеренеүҙәр башланды.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, үткәрелгән тикшеренеү илдең барлыҡ 89 субъекты ойошмаларын үҙ эсенә ала һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн кире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә.

 – Илебеҙҙең яһалма интеллект баҙары 18 процентҡа артып, 650 миллиард һумға барып етте. Ошо темпты юғалтмаҫҡа һәм технологиялар индереү буйынса күрһәткестәрҙе тағы ла юғарыраҡ итергә кәрәк, – тине Дмитрий Чернышенко.

Яһалма интеллект индереүгә тармаҡтарҙың әҙерләү индексы һигеҙ йүнәлеш буйынса һаналасаҡ. Һөҙөмтәләр менән https://ai.gov.ru һылтанмаһы аша Милли порталда танышырға мөмкин.

Тармаҡ ойошмалары вәкилдәре тикшеренеүҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн https://aibe.wciom.ru һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас