Мәғариф
25 Июль 2023, 14:10

Ер шарында - иң-иңе!

Вадим Харисов Швейцарияла уҙған 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын яуланы һәм донъяның 90 иленән килгән конкуренттарынан көслөрәк булып сыҡты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы бөтәһе өс алтын һәм бер көмөш миҙалға лайыҡ булды. Уның составында — химия фәненән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәре.

Ер шарында - иң-иңе!Ер шарында - иң-иңе!
Ер шарында - иң-иңе!

Цюрихта 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан уҡыусыһы Вадим Харисов йыйылма команда составында халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Өфөнән 11-се класс уҡыусыһын юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң республика хөкүмәтенә эшкә саҡырырға әҙер булыуын билдәләне.

«Беҙҙең командаға шундай башлы егеттәр кәрәк. Вадим республика инженер лицей-интернатында уҡый. Әйткәндәй, быйыл майҙа ул Ҡаҙағстанда химия буйынса Менделеев олимпиадаһында еңеү яулағайны. Ә хәҙер яңы еңеү - ниндәй бит әле! Вадим Харисовты, уның остазын, химия буйынса баш тренер Айнур Ғүмәровты ошондай  юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүҙәре менән ҡотлайым. Беҙҙең, Башҡортостан, Рәсәй мәктәбе - ысынлап та донъяла иң көслөләрҙең береһе. Ә беҙҙең йәштәр — иң һәләтлеһе. Быға бер ваҡытта ла шигем булманы», —  тип яҙҙы республика етәксеһе.

 Вадим Харисов Швейцарияла уҙған 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын яуланы һәм донъяның 90 иленән килгән конкуренттарынан көслөрәк булып сыҡты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы бөтәһе өс алтын һәм бер көмөш миҙалға лайыҡ булды. Уның составында — химия фәненән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәре.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас