Мәғариф
18 Июль 2023, 05:50

Студенттар ҙа уҡыта ала

"Мәктәпте тамамлағас, тәүҙә балаларҙы уҡыта, унан институтҡа уҡырға инә..." Шундай биографиялы, хөрмәтле инәй-олатайҙарыбыҙ, заманында бик көслө уҡытыусылар булған оло быуын әле лә яныбыҙҙа. Яңы ҡабул ителгән закон беҙҙең заманда ла шундай уҡытыусылар сафына юл һалмаҡсы.  Рәсәйҙә училищеларҙың өлкән курс студенттары балалар баҡсаларында һәм башланғыс мәктәптә уҡытыу, шулай уҡ балалар өсөн түңәрәктәр алып барыу хоҡуғына эйә буласаҡ...

Студенттар ҙа уҡыта алаСтуденттар ҙа уҡыта ала
Студенттар ҙа уҡыта ала

"Мәктәпте тамамлағас, тәүҙә балаларҙы уҡыта, унан институтҡа уҡырға инә..." Шундай биографиялы, хөрмәтле инәй-олатайҙарыбыҙ, заманында бик көслө уҡытыусылар булған оло быуын әле лә яныбыҙҙа. Яңы ҡабул ителгән закон беҙҙең заманда ла шундай уҡытыусылар сафына юл һалмаҡсы.  Рәсәйҙә училищеларҙың өлкән курс студенттары балалар баҡсаларында һәм башланғыс мәктәптә уҡытыу, шулай уҡ балалар өсөн түңәрәктәр алып барыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа ҡануниәткә тейешле төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.

Шулай уҡ илдең юғары уҡыу йорттарының өлкән курс студенттары университеттарҙа, ғилми ойошмаларҙа уҡытыу-ярҙамсы персонал һәм фәнни хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре вазифаларын биләү мөмкинлеген алды.

«Ошо ҡарар мәктәптәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә ярҙам итәсәк. Был айырыуса ауыл ерендә мөһим, унда уҡытыусылар етмәй һәм сирләп киткән йәки декрет ялына сыҡҡан уҡытыусыға алмаш табырһың тимә. Бынан тыш, дипломын ҡулына алған йәштәрҙең эш тәжрибәһе лә, хеҙмәт кенәгәһе лә буласаҡ», — тип белдерҙе Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас