+24 °С
Ямғыр


"Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проекты буйынса беҙҙең районда дүрт мәктәп ремонтлана. Ул 1-се мәктәп, 4-се лицей, Төркмән һәм Ниғәмәт ауылы мәктәптәре...
Республика Президент программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн 2023 йылдареспублика федераль бюджеттан бөтәһе 3,6 миллиард һум аҡса алды. Тағы ла 0,69 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан берлектә финансланды.
"300 миллион һум өҫтәмә аҡсаны мәктәп биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлттек. Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә етди ҡараныҡ. 2024-2026 йылдарға заявка кампанияһы һөҙөмтәләрен көтәбеҙ, темпты төшөрөргә йыйынмайбыҙ", - тип был хаҡта яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров