Мәғариф
9 Июнь 2023, 11:15

100 балл йыйғандар ҙа бар!

Башҡортостанда химия, әҙәбиәт һәм география буйынса берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙан 20 уҡыусы 100 балл йыйған, шуларҙан географиянан - 3 максималь һөҙөмтә, әҙәбиәттән - 1, химиянан - 16...

100 балл йыйғандар ҙа бар!100 балл йыйғандар ҙа бар!
100 балл йыйғандар ҙа бар!

Башҡортостанда химия, әҙәбиәт һәм география буйынса берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙан 20 уҡыусы 100 балл йыйған, шуларҙан географиянан - 3 максималь һөҙөмтә, әҙәбиәттән - 1, химиянан - 16.

598 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. Имтиханда бөтәһе 3249 кеше ҡатнашты.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен сығарылыш уҡыусылары Башҡортостан буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы-11 һөҙөмтәләре менән танышыу сервисының шәхси кабинеттарында, шулай уҡ үҙҙәренең мәктәптәрендә белергә мөмкин.

8 июндә Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы, уны 38% һайланы. Киләһе аҙна биология (13 июнь) һәм сит телдәрҙән була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас