

Өфөлә хеҙмәт династиялары ПРОФ-фестивале үтте. Ул "хеҙмәт династиялары" проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙғарылды. Фестивалдә районыбыҙҙан Рәзинә һәм Нәдир Ҡотлоғужиндар ғаиләһе ҡатнашып, абсолют еңеүсе булып ҡайтты. Афарин! Ҡотлайбыҙ!
Форум төрлө һөнәр эйәләре - хирургтар, уҡытыусылар һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре, нефтселәр, тарихсылар, телселәр, мотор төҙөүселәр, легендар капитандар һәм тимер юлсылар, парикмахерҙар, ашнаҡсылар, һөнәрселек һөнәрҙәре оҫталары йыйылды.
Был конкурс ярты йыл дауамында барҙы. Һәм ниһайәт еңеүселәрҙе финалға саҡырҙылар.
- Беҙ был конкурста ҡул эше оҫталары булараҡ ҡатнаштыҡ. Финалға барғас, беҙ әҙер барҙыҡ. Ҡул эштәрен алып барҙыҡ. Ҡәйнәм Ҡотлоғужина Хәҙисә Ғиззәт ҡыҙы ла, әсәйем Йәнсурина Фәриғә Ибраһим ҡыҙы ла - ҡул эше оҫтаһы. Конкурсҡа беҙ уларҙың ҡул эштәрен дә алып барҙыҡ. Ҡәйнәм - ҡорама тегергә яратһа, әсәйем бәйләм менән шөғөлләнә, - тип Рәзинә Салауат ҡыҙы.
Ҡотлоғужинда оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Бында ул матур биҙәктәрҙе сигеп күрһәттеләр.
Конкурстың жюри ағзаларына еңеүсене билдәләү еңел бирелмәгәндер. Башҡортостандың ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ассоциацияһы президенты Ирина Бесчаскина еңеүселәргә AR-технологиялар ярҙамында эшләнгән «Хеҙмәт династияларының тере китабы»н бүләк итте. Был китапты смартфондың сканеры ярҙамында уҡып була.
Ҡотлоғужиндарҙы был еңеүе уңайынан ҡотлайбыҙ!