+24 °С
Ямғыр


Бөгөн "Граф күле" лагерында етем һәм ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм булған балалар өсөн һабантуй ойошторолдо. Сараға 50-нән ашыу бала килде.
Һабантуй район хамиәте башлығы Фәнис Әминевтың тәбрикләү һүҙҙәре менән башланып китте. Унан балаларҙы ҡурсалау һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Роза Әхмәрова тәбрикләне.
Был тантанала әйтелгән һәр һүҙҙең күңел түренән ихлас яңғырағаны күңелдәргә үтеп инеүенән билдәле ине.
Психолог Эльвира Муҡаева балаларҙан башта үҙ исемдәрен, унан матур һүҙҙәрҙе ҡысҡырып әйттерҙе.
Ниндәй һабантуй уйын-көлкөһөҙ булһын! Был юлы балалар арҡан тартышып, йомортҡа ҡабып йүгереп, еп урап, тоҡ кейеп йүгереп һ.б. төрлө ярыштарҙа үҙен һынаны.
Күңелле байрам сәй табыны менән тамамланды.