

Беренсе Этҡол ауылында К.Моталлапов, К.Усманов, А.Хисмәтуллина кеүек батыр улдары иҫтәлегенә бик матур сара үткәрелде. Бында күрше-тирә ауылдарҙан 2010 йылда тыуған һәм унан бәләкәйерәк 18 малай милли йәйәнән уҡ атып, саңғыла уҙышып, көрәшеп көс һынашты.
Иртәнән кискә тиклем һуҙылған сара һуңында еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләнеләр. Шулай итеп, милли йәйәнән уҡ атыу буйынса 1-се урынды Ниғәмәттән Искәндәр Йәмлихин, 2-се урынды Икенсе Этҡолдан Даян Ғәбитов, 3-сө урынды Беренсе Этҡолдан Инйәр Хисмәтуллин алды.
Саңғыла уҙышыу буйынса 1-се урынға Беренсе Этҡолдан Ғайса Мәхмүтов, 2-се урынға Ғәҙелбайҙан Алсын Солтангәрәев, 3-сө урынға Беренсе Этҡолдан Инйәр Хисмәтуллин сыҡты.
Милли көрәштән 1-се урынды Инйәр Хисмәтуллин, 2-се урынды Ғайса Мәхмүтов, Ниғәмәттән Илназ Хибәтуллин яулап алды.
Шулай уҡ көн дауамында барған ярыштарҙың бар төрөндә лә үҙен лайыҡлы күрһәткән егеттәр ҙә тәбрикләнде. Шулай итеп, төп кубокты Инйәр Хисмәтуллин алды. Афарин, батыр егет!
Ә бына Алсын Солтангәрәев көмөш миҙалға, Ғайса Мәхмүтов бронзаға лайыҡ булды.