Мәғариф
9 Февраль 2023, 09:22

"Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусым"

Cараға оҙаҡ йылдар балаларға аң-белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандары саҡырылды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Билалдар Уҡытыусы һәм остаз йылын тантаналы асты

Ауыл китапханаһында үткән "Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусым" исемле сараға оҙаҡ йылдар балаларға аң-белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандары саҡырылды. Билал, Һәмән ауылында бөтәһе 17 ветеран уҡытыусыбыҙ бар!

Нимә ул уҡытыусы өсөн иң ҙур бәхет? Үҙенең уҡытҡан уҡыусыһының яҡшы уҡыуы, алған белеме менән артабан юғары уҡыу йортона уҡырға инеүе. Табип, йә уҡытыусы булыуы... Беҙҙең күптәребеҙ шундай фекерҙә. Юҡ, яңылышабыҙ икән. Осрашыуға килгән уҡытыусыларҙың фекере бөтөнләй икенсе. Бына нимә тиҙәр улар: "Беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет, уҡыусыларыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә, ҙур хәреф менән Кеше булып ҡалыуы. Уҡытыусымы ул, юғары белгесле табипмы, ябай эшсе, йә булмаһа хужабикәме, беҙ береһен дә айырып ҡарамайбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың тырышып тормош көтөүҙәрен, төрлө ерҙә уңышлы эшләп йөрөүҙәрен күреп, белеп торабыҙ. Уларҙың уңыштарына ҡыуанабыҙ, көйөнөстәренә бергәләп ҡайғырабыҙ". Уҡытыусылары тураһында йылы һүҙҙәрен еткергә китапханаға күпләп ауылдаштар ҙа килде, уларҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгән, һәр береһе яратҡан уҡытыусыһын сюрприз менән ҡыуандырҙы. Гөлдәр Сәлих ҡыҙының уҡыусыһы оҫта ҡуллы хужабикә Нәсимә апай Боҫҡонова, Ишһылыу Йомағужа ҡыҙының һәм Йәмилә Миңлеғәле ҡыҙының уҡыусыһы тимер эше оҫтаһы, бик матур ҡапҡалар эшләүсе шәхси эшҡыуар Рәфис Ғәлин, Вилүр Шәкирйән улының уҡыусыһы ҡурайҙа, гитарала уйнаусы, нәфис һүҙ оҫтаһы 8 класс уҡыусыһы Юлдаш Булатов, Нәсимә Әхмәт ҡыҙының уҡыусыһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңһылыу апай Әхмәҙина, Урал Сәлимйән улының уҡыусыһы һәр мәҙәни сара үткәреүҙә беҙгә ярҙам итеүсе Рәүил Исхаҡов, Гөлдәр Фазлиәхмәт ҡыҙының уҡыусыһы мәктәп директоры Айнур Иршат улы, Илдүсә Азат ҡыҙының уҡыусыһы сәк-сәк бешереү оҫтаһы Мәҙүнә Исхаҡова, тимер мейестәр эшләүсе, ауыл депутаты Шөғәйеп Мәхмүтов (үҙе килә алманы, уҡытыусыһына бүләген ебәрҙе), Ғәлиә Нуриәхмәт ҡыҙының уҡыусыһы уңған хужабикә Юлиә Зәйнуллина, ветврач, ауыл депутаты Данис Иҫәнъюлов (үҙе килә алманы, бүләген ебәрҙе), Зөлфиә Нур ҡыҙының уҡыусыһы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Сәғилә Ғайсина, Илүзә Нурислам ҡыҙының уҡыусыһы сәскәләр үҫтереүсе, ҡул эше оҫтаһы Гөлсәсәк Ғүмәрова, Сәғирә Зөлфәр ҡыҙының уҡыусыһы әлеге ваҡытта Ырымбур медицина институтында табип һөнәренә уҡып йөрөүсе Дилә Шаһибалова (үҙе килә алманы, уҡытыусыһына бүләк ебәргән, интернет аша ҡотлау хаты, шиғыр яҙған). Иғтибар итһәгеҙ, саҡырылған ҡунаҡтар араһында кемдәр генә юҡ, мәктәп уҡыусыһы, директор, студент, тимер оҫталары, сәскә үҫтереүсе, ябай эшсе һәм башҡалар. Уларҙың барыһы ла бына тигән итеп донъя көтә, аҡыллы балалар үҫтерә, мәҙәни тормоштан да ситтә ҡалмай. Уларға нисек рәхмәт әйтмәйһең! Билал мәктәбендә уҡып бөтөп, әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуар булып эшләүсе ир егеттәр ҙә етәрлек беҙҙә. Улар ауыл тормошонда ла бик әүҙем. Һәмән ауылынан Әсләм Ишморатов, Билал ауылынан Илдар Күсәрбаев уҡытыусыларға бүләктәрен, күстәнәстәрен ҡалдырып китте. Уҡытыусының уҡыусыларына күрһәткән изгелеге ерҙә ятып ҡалмай шул! Үҙенә йөҙләтә, меңләтә изгелек булып ҡайта! Рәхмәт, егеттәр! Яҙгөл Бикбаеваның бейеүе (еәксеһе Дилара Сәлимйән ҡыҙы), Юлдаш Булатовтың гитарала уйнап йырлауы, Вилүр ағай Мәүлитовтың баянда уйнауы, күмәк йыр, сараға йәм өҫтәне.
Элекке уҡытыусылар, насар уҡытыусылар булмай. Уларҙың барыһы ла уҡыусыларына тик изгелек, яҡшылыҡ ҡына теләй. Мәғариф ветерандарына һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы насип булһын! Уҡытыусыларға ҡәҙер-хөрмәт Уҡытыусылар йылында ғына түгел, һәр ваҡыт иғтибар, ихтирам булһын!

Райхана Булатова,

Билал ауылы китапханасыһы.

Фото: vQgXMewgsjY

"Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусым"
"Уҡытыусым - талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусым"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас