Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль 2023, 19:25

Күсей мәктәбендә - "Уҡытыусы һәм оҫтаз йылы"

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Күсей мәктәбендә, "Уҡытыусы һәм оҫтаз йылы" һәм хәрби - патриотик тәрбиә айы сиктәрендә, мәктәптең элекке етәкселәре, география уҡытыусыһы Зәйнуллин Айҙар Һиҙиәт улы һәм математика уҡытыусыһы Сөләймәнов Хәбир Әбдрәхим улы иҫтәлегенә өҫтәл теннисы һәм шашка буйынса мәктәп ара турнир үткәрҙек. Турнир 1-4, 5-7, 8-9 синыфтар араһында айырым үткәрелде. Ярышҡа Төркмән урта мәктәбе уҡыусылары саҡырылды. Бик сәмле ярыштарҙа бик күп уҡыусылар үҙҙәренең тәүге еңеүҙәрен яулаһа, Төркмәндән ағалы - һеңлеле Азамат һәм Айзилә Әхмәтовтар шашка буйынса, Күсейҙән Искәндәр Үтәғолов, Сәлиә Игебаева, Камила Исламғолова, Зөлфиә Әхмәтова, Төркмәндән Әлфиә Килмөхәмәтова өҫтәл теннисы буйынса үҙҙәрен оҫта спортсылар итеп таныттылар! Турнирҙы ойоштороусы һәм бағыусы Күсей мәктәбе коллективына оло рәхмәтемде еткерәм!

Ҡунаҡбай Уйелданов,

Күсей ауылы.

Күсей мәктәбендә - "Уҡытыусы һәм оҫтаз йылы"
Күсей мәктәбендә - "Уҡытыусы һәм оҫтаз йылы"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: