Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2023, 16:44

Йылғалар инештән баш ала

Баймаҡ балалар модель китапханаһының уҡыу залында шиғри байрам – ижадсы мәктәп уҡыусыларының яҙмалары тупланған “Йылғалар инештән баш ала” китабының исем туйы үтте. Унда китапты төҙөүсе-автор – 4-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, мәғариф ветераны, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 13 китап авторы Рәйсә Иҫәнбаева, 4-се лицей директоры Булат Тайбугин, уҡытыусылар, ата-әсәләр, иң төп ҡунаҡтар – йыйынтыҡ авторҙары һәм, “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе, шулай уҡ “Аманат” журналының сәләмен еткереүсе булараҡ, мин дә  ҡатнаштыҡ.

Йылғалар инештән баш ала
Йылғалар инештән баш ала

Үҫмерҙәр ижады

Йылғалар инештән баш ала

Баймаҡ балалар модель китапханаһының уҡыу залында шиғри байрам – ижадсы мәктәп уҡыусыларының яҙмалары тупланған “Йылғалар инештән баш ала” китабының исем туйы үтте. Унда китапты төҙөүсе-автор – 4-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, мәғариф ветераны, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 13 китап авторы Рәйсә Иҫәнбаева, 4-се лицей директоры Булат Тайбугин, уҡытыусылар, ата-әсәләр, иң төп ҡунаҡтар – йыйынтыҡ авторҙары һәм, “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе, шулай уҡ “Аманат” журналының сәләмен еткереүсе булараҡ, мин дә  ҡатнаштыҡ.

Китапханасы Гөлназ Сабирова, тантаналы сараны асып, ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм китаптың барлыҡҡа килеү тарихын белеү маҡсатында Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙына мөрәжәғәт итте.

  • Лицейҙа һәләтле балаларҙы күреп ҡалғас, уларға төрлө темалар тәҡдим итеп өйгә эштәр бирә инем. Шул яҙмаларҙы йыйып, туплап барҙым. Былтыр республика “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡанда, минән жюри: “Балаларҙың ижадын күп итеп йыйғанһығыҙ, китап булып баҫылып сыҡманымы?” – тип һораны, мин: “Юҡ”, - тигәс, улар үҙҙәре китап сығарырға тәҡдим итте. Шунан һуң дәртләнеп китап сығарыу эшенә тотондом һәм ярты йыл эсендә ошо йыйынтыҡ донъя күрҙе лә инде, - тип һөйләне Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева.

Шулай итеп “Йылғалар инештән баш ала” китабы Сибай ҡалаһы типографияһында 50 дана менән донъя күрә. Унда Баймаҡ ҡалаһының 4-се  лицейының 8 – 10-сы класс уҡыусылары ижад иткән шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, ҡобайырҙар ингән, хатта фэнтези жанрында яҙылған проза әҫәрҙәре лә бар. Китапҡа баш һүҙҙе шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева яҙған.

Артабан китапханасы Гөлназ Сабирова сарала ҡатнашыусыларҙы китаптың һәр бүлеге менән таныштырып, унда ингән әҫәрҙәр, йәш ижадсылар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Китап бер нисә өлөштән тора һәм унда шиғырҙар, сәсмәүер, әкиәттәр, ҡобайырҙар ингән, шулай уҡ рус телендә лә ижади эштәр бар. Ә инде уҡыусылар, үҙ сиратында, тамашасыларға үҙҙәренең шиғыр-хикәйәләрен һөйләп ишеттерҙе, яратҡан авторҙары, әҫәрҙәре тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Барыһы ла китапта үҙҙәренең исемдәрен күргәс кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстары, хис-тойғолары, киләсәктә лә ижад эшен дауам итергә тигән уй-ниәттәре менән уртаҡлашты. Гөлсинә Зәйнуллина: “Балаңдың ижады китапҡа инеүе – ата-әсә өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ”, - тине, Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙына китапҡа ингән уҡыусыларҙың ата-әсәләре исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гөлназ Әкрәм ҡыҙы фэнтези жанрында яҙған Инсаф Зәйнуллиндан: “Китапта үҙеңдең ижадыңды күргәс ниндәй тойғолар кисерҙең?” – тигән һорауына егет: “Аптыраным, мин бит уны өйгә эш итеп кенә эшләгәйнем дә инде”, - тип ихлас яуап бирҙе. Китапханасының: “Ә ниңә мотлаҡ фэнтези жанрын һайланың?” – тигән һорауға: “Илһам килде”, - тип яуап бирҙе.

Ысынлап та, илһам жанрҙы һайламай – идея башҡа килеү менән ултыраһың да яҙаһың. Быны уҡыусылар үҙ тәжрибәләрендә төшөнгәндәрҙер. Әммә был уларҙың әле ижад башы ғына, шуға күрә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Рәйсә Иҫәнбаева ла китап сығыр алдынан типографияла хаталарын төҙәтеү барышында булышҡан һәм шул саҡта балаларҙың ижадының эсенә инеп китеп ҡыҙығып уҡыуы тураһында һөйләне, уларға киләсәктә уңыштар теләп, үҙ телеңдең патриоты булырға саҡырҙы һәм 2 уҡыусыға шәхсән бүләген тапшырҙы. Рәйсә Миҙхәт ҡыҙының ейәнсәре – 7 йәшлек кенә иң йәш автор Әмилә Мырҙағәлина, думбыра сиртеп, “Урал батыр” эпосынан өҙөктө башҡарҙы.

Лицей директоры Булат Фәрит улы Тайбугин да мәктәптә уҡыған сағында шиғырҙар ижад итеүен иҫкә алып китте. “Ташҡа баҫылған ғүмерлеккә иҫтәлеккә ҡала. Бының менән һеҙ бәхетле. Китапта тос фекерҙәр осрай. Халыҡ алдына сыҡҡанда шиғырҙарығыҙҙы оялмай, нисек рухлы яҙылған – шулай рухланып уҡығыҙ”, - тине. Бер төркөм уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Уҡытыусы Гөлшат Иҫәнбаева ла уҡыусыларҙы ҡотланы, матур теләктәрен еткерҙе.

“Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе булараҡ миңә бирелгән: “Хәҙерге үҫмер ижадсыға ижад итеүе еңелме?” – тигән һорауға ошолай тип яуап бирергә тырыштым:

  • Хәҙерге ижадсы үҫмергә ижад итеүе лә, унан бигерәк танылыуы ла ныҡ еңел. Сөнки эш биреп яҙҙырып торған, артабан китап итеп сығарған уҡытыусыларығыҙ бар. Интернет аша, гәзит-журналдарҙың сайтына яҙмаларҙы ебәреп танылырға була. Һеҙ шуның менән бәхетле! Ә беҙҙең заманда бөртөкләп кенә яҙғандың һирәкләп кенә үҫмерҙәрҙең гәзит-журналында сығыуы сикһеҙ бәхет ине һәм шул гәзит-журналдар булмаһа, артабын яҙмаған да булыр инек, бәлки. Ә һеҙгә үҫешер өсөн төрлө конкурстар ойошторолоп тора – шуларҙа ҡатнашығыҙ. Йыл һайын Өфө районының Балалар ижады йорто ойошторған “Лукоморье” әкиәттәр конкурсына “Игебай мәктәбе” клубы тарафынан райондың яҙышҡан балаларының әкиәттәрен ебәреп, еңеү яуламай ҡалғаныбыҙ юҡ. Унда еңгән уҡыусыларҙың да әкиәттәре Өфөлә “Әкиәттәр һандығы” китабында баҫылып сыҡты. Былтыр районда Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсы иғлан итеп, унда килгән эштәрҙе “Юлай аманаты” исемле китапта сығарҙыҡ. Унда Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Өфөнән ҡатнашҡан 42 уҡыусының мәҡәләләре инде. Ошндай конкурстарҙа ҡатнашып тороғоҙ һәм бары тик яҙышығыҙ ғына! – тип өндәштем. 

Ошо конкурстарға килгән эштәрҙе “Аманат” журналына ебәреү ҙә бик отошло булды – йыл аҙағында бихисап Маҡтау билдәләре һәм бүләктәр килеп төштө. Был уҡыусыларҙың һәр береһенә үҙем барып ошо бүләктәрҙе тапшырыу бурысы ҡуйылғайны. Шулай итеп тәүге бүләк – “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә еңеүсе 4-се лицей уҡыусыһы Әҙилә Мырҙағәлинаға “Аманат” журналының Маҡтау билдәһе һәм Ноғман Мусиндың иҫән сағындағы автографы менән китабын тапшырҙым. Әйткәндәй, Әҙилә быға тиклем дә “Игебай мәктәбе” иғлан иткән бөтә конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша һәм һәр ваҡыт еңеү яуламай ҡалмай. “Йылғалар инештән баш ала” китабының бөтә жанрҙарында ла үҙен һынап ҡараған шәп ҡыҙыҡай ул.  

Шулай итеп, кескәй генә инештән баш алған ижад емештәре оло йылғаға табан юлланды. Уларҙың үҙҙәренең дә киң даръяларға әйләнеүен теләйек. Ә инде бындай балаларҙың ижадынан тупланған китаптың донъя күреүе – уҡыусы, уның туғандары өсөн генә түгел, уны яҙырға әйҙәгән, ижадын йыйып барған, туплаған уҡытыусыһы өсөн дә, ғөмүмән, мәктәп һәм китап уҡыусылар өсөн дә ҡыуаныслы яңылыҡ ул. Был хеҙмәт оло баһаға лайыҡ.

Балаларҙың ижадына килгәндә, ысынлап та, яңы ғына яҙыша башлаған саҡта етешһеҙлектәрһеҙ ҙә булмай. Был – тәбиғи күренеш. Сөнки бер кем дә яҙыусы, шағир булып тыумай. Тәжрибә тәүҙә ижад орлоҡтарын сәсеп, уны бәпләп үҫтереүҙән башлана, маҡтап-хуплап тороуҙан үҫешә, артабан тынғыһыҙ хеҙмәттән, туҡтауһыҙ эҙләнеүҙән үҙенә юл яра. Әммә уларҙың эшенә әле үк аванс менән “5”-ле билдәһе ҡуйырға була. Шиғыр ғына түгел, хатта ҡобайыр яҙырға тотонор өсөн төплө аҡыл, халыҡ йолаларын, милли мәҙәниәтте белеү зарур. Ә улар “ыһ” та итмәй шиғыр, ҡобайыр, әкиәт ижад иткән, тыуған ергә, илгә, яҡындарына булған һөйөүҙе ижадтарында сағылдырған. Афарин! 

Кескәй ижадсы дуҫтарыма теләгем: кемдер туп тибеп йөрөгәндә, йәки иптәштәре менән уйнағанда һеҙ баш ватып яҙышып ултыраһығыҙ икән, ҡасан да булһа был тырышлығығыҙ юғары баһаланасаҡ. Әгәр үҙ-үҙегеҙҙе үҫтереү өҫтөндә даими шөғөлләнһәгеҙ, баһа ғына түгел, рәхмәттәр ҙә көттөрмәҫ. Әле һеҙ ижад юлының башында ғына тораһығыҙ. Алда тағы ла юғарыраҡ уңыштар, үрҙәр көтһөн! Беҙ һеҙгә ышанабыҙ!

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева, “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе,  Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар берлектәре ағзаһы, Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге республика һәм Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премиялары, 2018 йылғы “Йәшлек” гәзите лауреаты.



Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: