Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2023, 15:16

Йөрәген улар балаларға бирә

Балалар ижады үҙәгендә Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу тантанаһы үтте. Ошо уңайҙан "Йөрәгемде балаларға бирәм-2023" педагогик оҫталыҡ буйынса конкурсы үткәрелде. Конкурста үҙәктең 7 педагогы ҡатнашты. Конкурсанттар жюри ағзаларына үҙҙәренең өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын  тәҡдим итте, үҙҙәре менән таныштырҙы, “2030 йылда балалар менән эшләү тәжрибәһе ниндәй булыр?” тигән темаға эссе яҙҙы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.  Әйткәндәй, быйыл “Үҫеш сәнғәте” тип аталған өҫтәмә һынау индерелде.   

Конкурсанттарҙы балалар ижады үҙәге директоры Альмира Дәүләтшина, мәғариф бүлеге методисы Люциә Сөләймәнова, "Йәш натуралистар" станцияһы директоры Оксана Пономарева, "Йәш техниктар" станцияһы методисы Вәсилә Ғөбәйҙуллина һәм балалар ижады үҙәге методисы Зилә Шәрипова баһаланы. 

20 ғинуарҙа Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу тантанаһы менән бер рәттән конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ла үткәрелде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға "Хазина" фольклор берекмәһе етәксеһе Лилиә Йәнсурина лайыҡ булды. 2-се урынға Лилиә Йәрмөхәмәтова лайыҡ булды. Әлфинә Вәлиева менән Айгөл Әхмәтова 3-сө урынды алды. "Уңышҡа табан" номинацияһында өҫтәмә белем биреү педагогы Нәркәс Байымова еңеп сыҡты. Гөлнур Байгилдина "Ижад һәм илһамланыу" номинацияһы, Альбина Байғолова "Маҡсатҡа ирешкәндә ныҡышмаллыҡ" номинацияһында бүләкләнде.

Конкурсанттарҙың һәр ҡайһыһын лайыҡлы баһалары менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә бындай еңеүҙәр тағы ла күберәк булһын! Уңыштар  һеҙгә! 

#ЦДТБаймак #рмцрб #сод2023рмцрбҙ

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: