Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ғинуар 2023, 11:50

"Минең милли ризығым"

Ишбирҙе мәктәбендә башҡорт һәм рус милләтенән булған балалар уҡый...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ишбирҙе мәктәбендә башҡорт һәм рус милләтенән булған балалар уҡый.
Мәктәп коллективы һәм уҡыусылары "Минең милли ризығым" флешмобына ихлас ҡушылды. Технология уҡытыусыһы Рүзилә Флүр ҡыҙы һәм ашнаҡсы Сулпан Сәйфитдин ҡыҙы ҡыҙҙарға башҡорт халҡының милли ризығы сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ә Лилиә Юлай ҡыҙы рус халҡының милли ризығы биләш бешереү серҙәре менән бүлеште. Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы башҡорт халҡының милли ризығы ҡоротто әҙерләү, һаҡлау һәм уның файҙаһы тураһында дәрес үткәрҙе. Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар ярҙамында башҡорт һәм урыҫ милләтенең милли ризыҡтарынан күргәҙмә әҙерләнде.

"Минең милли ризығым"
"Минең милли ризығым"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: