Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ноябрь 2022, 10:51

Инспектор менән осрашыу

Көндәр хәҙер бик ҡыҫҡа, тиҙ генә күҙ бәйләнә. Ҡараңғы төшкәндә ҡарараҡ төҫтәге кейем кейеп, юл ситенән барған йәйәүлеләр бөтөнләй күренмәй тиерлек. Шуға ла күҙ  бәйләнгәндән һуң юлда йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейемдә булыуың хәйерле. Бынан тыш, яҡтылыҡты сағылдырыусы әйберҙәр булырға тейеш. Хәҙер һатыуҙа төрлө  браслеттар, “фликерҙар”, значоктар, таҫмалар бар, уларҙы ҡулланыу ғүмерҙе һаҡларға ярҙам итәсәк.   

Ҡаланың 5-се мәктәбе янындағы балалар баҡсаһына осрашыуға килгән полицияның кесе лейтенанты Рафаил Әминев урта төркөм тәрбиәләнеүселәренә тап ошо хаҡта  һөйләне лә инде. Шулай уҡ Рафаил Ғәбитулла улы бәләкәстәрҙе дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эше менән дә таныштырҙы. “Йәйен-ҡышын, ямғырҙа ла, әсе  буранда ла улар юл хәүефһеҙлеге һағында тора. Әгәр билдәле юл ҡағиҙәләренә буйһонмай, һәр кем үҙе теләгәнсә йөрөй башлаһа, автоһәләкәттәр бер-бер артлы булып  тик торор ине. “Тәгәрмәсле ат”та йөрөгәндәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Айырыуса ҡараңғы төшкән мәлдә яҡтыртҡысты сағылдырыусы элементтар тағып йөрөү мөһим. Һеҙ ҙә ҡайтҡас, ата-әсәйҙәрегеҙгә ошо турала әйтегеҙ һәм, әгәр булмаһа, яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар тағып йөрөгөҙ”,  – тип һөйләне кесе лейтенант. 

Хәҙер яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтарҙың ниндәйе генә юҡ. Шулай ҙа уларҙың ҡайһыныһын тағып йөрөһәң отошлораҡ була? Рафаил Ғәбитулла улы балаларға был  турала ла һөйләне. Ҡайһы бер ҡышҡы кейемдәрҙә яҡтылыҡты сағылдырыусы фликерҙар ҡуша тегелгән була. Етештереүселәрҙең ҡайһылары осһоҙораҡ бәләкәй быяла  шариклы яҡтылыҡты сағылдырыусы материалды ҡуллана. Бындайҙар ямғыр яуғанда, томан төшкәндә алыҫтан күренмәй. Фликерҙарҙың аҡ йәки лимон төҫөндәгеләрен  генә һатып алырға мөмкин. Ә бына ҡыҙғылт һары ҡуяндарҙы, йәшел тейендәрҙе, йөрәк формаһындағыларын фликер тип атап булмай. Улар ни бары сағыу сувенир ролен  генә үтәй икән. 

Осрашыу һуңында инспектор балаларға юлда һаҡ йөрөргә, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәңәш итте. 

Юлиә ДӘҮЛӘТКИЛДИНА,

5-се мәктәптең балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: