Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2022, 16:34

Шайморатовсылар сафына алдылар

Ноябрҙә йәнә бер иҫтәлекле көн билдәләнә. 13 ноябрь көнө 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы көнө билдәләнеп килә. Быйыл ошо көн уңайынан районда тәүгеләрҙән булып Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алдылар.

Шайморатовсылар сафына алдылар
Шайморатовсылар сафына алдылар

Ноябрҙә йәнә бер иҫтәлекле көн билдәләнә. 13 ноябрь көнө 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы көнө билдәләнеп килә. Быйыл ошо көн уңайынан районда тәүгеләрҙән булып Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алдылар. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы 865-се ҡарарына яраҡлы беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемендәге кластар булдырылды, быйылғы уҡыу йылында республикала барлығы 79 класс асылды, шулар иҫәбендә Баймаҡ лицей-интернатының 6б класы уҡыусылары ла инеүе һөйөнөслө.

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары хәрби коммисары Хөрмәт Хәмитов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, ветерандар, ҡаланың мәктәп директорҙары, Баймаҡ лицей-интернаты колективы, уҡыусылары, ата-әсәләре ҡатнашты.

Сара башында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагтарын кадет формаһындағы ҡыҙҙар һәм егеттәр тотоп инделәр. Унан дәүләт гимндары яңғыраны. 

Район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы тәбрикләп үтте. "Шайморатов исеменә тап төшөрмәй тырышып уҡығыҙ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫегеҙ", -- тине ул. Унан район башлығы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын шайморатовсылар класы командиры, уҡыу алдынғыһы Ильмир Әминовҡа тапшырҙы. 

Яңғыраған патриотик рухтағы йырҙар, уҡыусыларҙың киләсәккә өмөт менән ҡараған ҡараштары -- барыһы ла бөгөнгө көнгә ауаздаш булып торҙо. "Салауат тоҡомдары сигенә белмәй", -- тине бөгөн уҡыусылар бер тауыштан. Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар! Алдағы көндә илебеҙҙә тик тыныслыҡ ҡына хөкөм һөрһөн инде! 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: