Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ноябрь 2022, 11:36

Аҙналыҡ "Психология" фәненә арналды

Аҙналыҡ сиктәрендә "Минең кәйефем", "Һиңә шатлыҡ бүләк итәм", "Шатлыҡ килтергән дуҫлыҡ", "Теләктәр ҡумтаһы" кеүек акциялар, "Эҙәрмән" уйыны, "Хистәрең хакимы" тренингы булды.  Бынан тыш "Насар ғәҙәттәр - минең һеңлеләрем түгел", "Балалар ышаныс телефоны", "Үҫмерҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары", "Үҫмер менән оло кешенең мөнәсәбәттәре" темаларына класс сәғәттәре үткәрелде. Быларҙың барыһы ла уҡыусыға психологик ярҙамдың нимә була икәнен аңлатыу ине.   

Аҙналыҡ "Психология" фәненә арналды
Аҙналыҡ "Психология" фәненә арналды

17-21 октябрҙә район мәктәптәрендә 1-11 класс уҡыусылары өсөн "Психология аҙналығы" үткәрелде. 

Аҙналыҡ сиктәрендә "Минең кәйефем", "Һиңә шатлыҡ бүләк итәм", "Шатлыҡ килтергән дуҫлыҡ", "Теләктәр ҡумтаһы" кеүек акциялар, "Эҙәрмән" уйыны, "Хистәрең хакимы" тренингы булды. 

Бынан тыш "Насар ғәҙәттәр - минең һеңлеләрем түгел", "Балалар ышаныс телефоны", "Үҫмерҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары", "Үҫмер менән оло кешенең мөнәсәбәттәре" темаларына класс сәғәттәре үткәрелде. Быларҙың барыһы ла уҡыусыға психологик ярҙамдың нимә була икәнен аңлатыу ине. 

Барлыҡ уҙғарылған саралар класташтарҙы берләштерергә, бер-береһен аңлап эш итергә, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтеү булды. 

Был аҙналыҡтан уҡыусылар бик тә риза булып ҡалдылар. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: