Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2022, 17:10

Мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса курс индерелә

Был хаҡта РФ мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итә

Мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса курс индерелә
Мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек буйынса курс индерелә

2023 йылдың 1 сентябренән илебеҙ мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек курсы индерелә, тип хәбәр итә ТАСС мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән.

«Мәктәптәрҙә ул киләһе йылдан башлана, 1 ғинуарға тиклем курсты әҙерләүҙе тамамларға тейештәр, һуңынан уға һынау үткәрелә», – тип министрҙың һүҙҙәрен еткерҙе ТАСС.

Башланғыс хәрби әҙерлек курсын урта дөйөм белем биреүҙең мотлаҡ программаһына индерергә тигән тәҡдим менән «Ғәҙел Рәсәй — дөрөҫлөк өсөн» партияһы лидеры Сергей Миронов сығыш яһаған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-09/s-novogo-uchebnogo-goda-v-shkolah-poyavitsya-kurs-po-nachalnoy-voennoy-podgotovke-sergey-kravtsov-3022273

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: