Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ноябрь 2022, 16:35

Баймаҡ уҡыусылары ла Географик диктантҡа ҡушылды

-

Бөтә Рәсәй Географик диктантҡа 2015 йылда старт бирелгән. Уҡыусылар Рәсәй географияһы буйынса төрлө кимәлдәге һорауҙарға аноним рәүештә яуап бирә. Был акцияға Баймаҡ уҡыусылары ла йылдан-йыл ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу белдерә. Ошо көндәрҙә ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусылары ла Географик диктантҡа ҡушылды.

Географик диктантта уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаша, - тине ҡаланың 2-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Рәйсә Солтанова. – Был мөһим сарала ҡатнашып, улар илебеҙ тураһында тағы ла күберәк белем туплай. Был уларҙа Рәсәйгә ҡарата ғорурлыҡ уяна, һөйөү уята.

Географик диктантты 30 октябрҙән алып 10 ноябрҙең көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем яҙырға мөмкин.  

Баймаҡ уҡыусылары ла Географик диктантҡа ҡушылды
Баймаҡ уҡыусылары ла Географик диктантҡа ҡушылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: