Мәғариф
6 Октябрь 2022, 07:21

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй

Ғәбдрәсүл Тимербулатов балалар ижады үҙәгендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәк тә алып бара. Түңәрәк “Мәғариф” милли проектының “Һәр бала уңышы” проекты  буйынса эшләй. “Был проект беҙҙе йыһазландырыу йәһәтенән тәьмин итте. Хәҙер походҡа барыу өсөн палатканан алып рюкзакка тиклем барыһы ла бар. Беҙ походҡа ял итер өсөн генә йөрөмәйбеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү эштәре алып барабыҙ. Шул тирәлә йәшәгән билдәле шәхестәр менән танышабыҙ. Ауылдаштарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Тыл  ветерандарына йыш йөрөйбөҙ. Ярҙам итәбеҙ, уларҙың тормош юлдарын өйрәнәбеҙ, фәнни-ғәмәли эш яҙабыҙ. Рәсәй, республика конкурстарында ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙ еңеүҙәр яулап ҡайта”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.   

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләйБалаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй
Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләй

– Мин балаларҙы яратам, шуға ла уҡытыусы һөнәрен һайланым, – ти Ә.Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбендә 20 йыл директор булып эшләгән, әле тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре уҡытыусыһы Ғәбдрәсүл Тимербулатов.

Ғәбдрәсүл Мират улы Йомаш ауылында тыуған. 1962 йылдың 18 июлендә Бәлхимә һәм Мират Тимербулатовтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Мәктәп йылдарында уҡ ул әҙәбиәт, тарих дәрестәрен яратып өйрәнә. 

Ғәбдрәсүл Тимербулатов балалар ижады үҙәгендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәк тә алып бара. Түңәрәк “Мәғариф” милли проектының “Һәр бала уңышы” проекты  буйынса эшләй. “Был проект беҙҙе йыһазландырыу йәһәтенән тәьмин итте. Хәҙер походҡа барыу өсөн палатканан алып рюкзакка тиклем барыһы ла бар. Беҙ походҡа ял итер өсөн генә йөрөмәйбеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү эштәре алып барабыҙ. Шул тирәлә йәшәгән билдәле шәхестәр менән танышабыҙ. Ауылдаштарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ. Тыл  ветерандарына йыш йөрөйбөҙ. Ярҙам итәбеҙ, уларҙың тормош юлдарын өйрәнәбеҙ, фәнни-ғәмәли эш яҙабыҙ. Рәсәй, республика конкурстарында ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙ еңеүҙәр яулап ҡайта”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул. 

Ғ.М. Тимербулатовтың тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеме, бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһалана. 

Ғәбдрәсүл Мират улы шәхси тормошонан да уңа. Бөрйән һылыуы, шулай уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлаған Зөлфиә Сабирйән  ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Руслан, Лилиә һәм  Наҙгөлгә лайыҡлы тәрбиә бирәләр, оло тормош юлына оҙаталар. Руслан менән Лилиә ата-әсәһе юлын һайлаған. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас