2022 йыл - Рәсәйҙең финанс системаһы өсөн юбилейлы йыл. Финанс министрлығы ойошторолоуҙың 220 йыллығы билдәләнә.
Бөгөн, 8 сентябрҙә, Бөгөн Баймаҡ лицей-интернатының юғары класс уҡыусылары өсөн Финанс грамоталылығы буйынса дәрес үтте. Ул «Финанс бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм именлеккә ябай аҙымдар» темаһына арналды. Дәресте район хакимиәте башлығы урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Илнур Дәүләтбаев алып барҙы.
Асыҡ дәрес барышында 11-се "А" класы уҡыусылары дәүләт бюджетының һәм ғаилә бюджетының нисек формалашыуын, бюджет һәм һалым системаларының нисек эшләүен, финанс планлаштырыуҙың нимә өсөн кәрәклеген һәм үҙ пландарын тормошҡа ашырыу өсөн нисек аҡса тупларға мөмкин булыуын асыҡланы.
Сығанаҡ: район хакимиәтенең рәсми сайтынан.