Марафон көндәрендә Архангельск, Санкт-Петербург, Дербент, Екатеринбург, Брянск, Липецк, Белгород, Түбәнге Новгород, Ставрополь, Волгоград, Вологда һәм башҡа илдәрҙә махсус рәүештә 60-тан ашыу фан-зона ойошторолған трансляцияға тоташырға мөмкин ине.
Китапханаларҙа, мәҙәниәт һәм ял парктарында, башҡа йәмәғәт майҙансыҡтарында ҙур экрандар менән фан-зоналар ойошторолдо, трансляцияға өйҙән дә тоташырға мөмкин ине. Сығыштарҙың трансляциялары һаҡланып ҡалды, уларҙы марафондың сайтында ҡарарға мөмкин.
Марафон Герман Грефтың сығышы менән башланды, ул Сбербанкты үҫтереү буйынса яңы трендтар һәм йүнәлештәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ йәшәү кимәлен яҡшыртыуға ҡоролған яңы хеҙмәттәр тураһында ла бәйән итте. Греф Сбер командаһы эшкәртеп сығарған автоидаралы (автоуправлением) автомобилде, шулай уҡ тауыш, ҡағылыу һәм ым-ишара хәрәкәте ярҙамында эшләгән яңы быуын гаджеттарын миҫалға килтерҙе.
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков «Инандырыу сәнғәте: агрессив мөхиттә һүҙ көсө» лекцияһы менән сығыш яһаны. Ул марафон ҡунаҡтарына, логик фекерләү һәләтен үҫтерер өсөн, ҡулдан күберәк яҙырға кәңәш итте. «Логика һәм белем - ул ышандырыу нигеҙе», - тине Песков.
Үҙ сығышын йомғаҡлап, ул сәйәси эшмәкәрҙәрҙең айырым ролен билдәләне. Президент Владимир Путиндың Мюнхен телмәрен айырым билдәләне: «Әгәр хәҙерге хәлгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ бар икән, Путиндың Мюнхен телмәрен уҡығыҙ. Унда бөтә яуаптар ҙа бар...» Президенттың матбуғат секретары Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгуҙың «Кисә тураһында»ғы китабын уҡырға кәңәш итте.
Сергей Лавров "Хистәр дипломатияһы: ышандырыу һәм тотоп ҡалыу" тип аталған лекция менән сығыш яһаны. Министр уратып-суратып торманы, алған темаһын актуаль булған сәйәси хәлдәргә бәйләп аңлатты. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе киңлегендә ҡатнашыуҙы арттырыу Рәсәй дипломатияһы өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе тип Лавров атаны. «Хәҙер илде һәм дуҫ дәүләттәрҙе Көнбайыш көйһөҙлөгөнән һаҡлау мөһим».
Марафондың икенсе көнөндә Роскосмос башлығы Юрий Борисов сығыш яһаны. Ул Рәсәйҙең ракета-космос тармағы тураһында һөйләне. Уның сығышы тарихи экскурсия формаһында бәйән итте. Форум ҡунаҡтары заманса Рәсәй ракеталарының тәүгеһе булған Р-7 ракетаһы тураһында ла лекция тыңланы. Роскосмос башлығы әйтеүенсә, космос менән бәйле маҡсаттарҙы сәйәсәт менән бәйләү бик үк дөрөҫ түгел. «Йыһан - бар донъяныҡы, уны беҙ бергәләп үҙләштерергә һәм өйрәнергә тейешбеҙ», - тип ул һүҙен йомғаҡланы.
Марафонда Дмитрий Пучков та сығыш яһаны. Ул телевизорҙан илебеҙ геройҙары хаҡында күберәк фильмдар күрһәтеүҙәрен теләне. Ул Ютубтан үҙенең аккаунтын юйҙырып, Ватан платформаһында сыҡҡан селтәргә күсеүен әйтте. Был селтәрҙе үҫтерергә саҡырҙы һәм Рәсәй блогерҙарына еңелле теләне.
Соловьёв Көнбайышта үҙгәрә барға рухи ҡиммәттәр темаһына туҡталды. "Көнбайыш әйтә: һин һәм һинең теләктәрең генә бар. Кешенең тәбиғәте лә, "яҡшы" һәм "насар" тигән төшөнсәләр ҙә юҡ. Яңы раса барлыҡҡа килтерелә. Тап шул саҡ Рәсәй ҡалҡып сыға ла, бының төплө хата булыуын әйтә. Ир менән ҡатын бар, ғаилә бар, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр бар. Улар һинең "Эгоңа" ҡарағанда өҫтөнөрәк, ти. Әле Рәсәй менән Көнбайыш араһында дини ыҙғыш бара. Улар беҙҙе ниндәйҙер аңлайышһыҙ, енесһеҙ нәмәгә әүерелдереүебеҙҙе теләй... иң түбән ихтыяждарың кимәленә төшөрөргә..." -- тине ул сығышында.
Марафондың һуңғы көнөн Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова асты. Ул ҡатнашыусыларға мәғлүмәттәр ағымының асылын нисек күреү тураһында һөйләне.
Мәскәү мэры Сергей Собянин Мәскәү тарихы, Мәскәүҙең ниндәй осоштар һәм проблемалар кисереүе, уның Советтар Союзының баш ҡалаһына нисек әүерелеүе һәм һуғыш йылдарынан һуң ниндәй проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Ул Мәскәүҙең транспортты, шул иҫәптән яңы юл сиселештәрен, тиҙлекле диаметрҙарҙы һәм метроны үҫтереү программаһын бойомға ашырыуын телгә алды.
«Беҙҙе фантазерҙар тип иҫәпләнеләр, ләкин ошо ваҡыт эсендә бергә алынған бөтә Европа һәм Америкаға ҡарағанда метроны күберәк төҙөнөк»,- тип хәбәр итте үҙ сығышында Сергей Собянин.
Яҙыусы-фантаст Сергей Лукьяненко «Ни өсөн фантастика уҡырға? Тиҙҙән ниндәй фараздар тормошҡа ашасаҡ, ә ниндәйҙәре - бер ҡасан да?» тигән лекция менән сығыш яһаны. Үҙенең сығышында яҙыусы кешенең Марсҡа осоу идеяһын тормошҡа ашырыу перспективалары менән уртаҡлашты. Яҙыусы-фантаст билдәләүенсә, фантастика йыш ҡына киләсәкте алдан күрә.
«Яҙыусы-фантастарҙың фараздарының бер өлөшө бойомға ашмай, әлбиттә, сөнки улар, ысынлап та, ысынбарлыҡтан йыраҡ. Фараздарҙың бер өлөшө кешеләрҙе уйланырға мәжбүр итә һәм уларҙың тормошҡа ашыуына юл ҡуймаҫҡа, ә бер өлөшө үҙ сәғәтен көтә. Марсҡа иртәме-һуңмы төшәбеҙ, икенсе һорау, был Илон Маск хыялындағыса ябайҙан түгел. Ул, моғайын, фантазер теләһә ниндәй яҙыусы-фантастҡа ҡарағанда ла ҙурыраҡтыр», - тип хәбәр итте үҙ сығышында Сергей Лукьяненко.
Белем биреү марафоны спикерҙары араһында «Первый канал» АЙ-һы генераль директоры Константин Эрнст менән Рәсәй Президентының һанлы һәм технологик үҫеш мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Дмитрий Песков һәм башҡалар булды. Дмитрий Песков пилотһыҙ авиацияны үҫтереү тарихы һәм пландары хаҡында һөйләне, «Пилотһыҙ авиация: Рәсәйҙең технологик алға китеше. Константин Эрнст телевидение һәм уның хәҙерге варианты тураһында һөйләне.
Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте тарихын 1947 йылда совет интеллигенцияһы вәкилдәре башланғысы менән «Сәйәси һәм ғилми белемде таратыу буйынса бөтә Союз йәмғиәте» (1963 йылдан - «Белем» бөтә Союз йәмғиәте, 1991 йылдан - «Рәсәй белеме» йәмғиәте) булараҡ нигеҙ һалынған совет йәмәғәт ойошмаһынан алып бара. Йәмғиәт ағзалары фәнде популярлаштырыу менән шөғөлләнде, совет хужалығы һәм сәнәғәт ҡаҙаныштары тураһында лекциялар уҡыны. 2016 йылда «Рәсәй белеме» Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте Дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт мәғариф ойошмаһы тип үҙгәртелде. 2021 йылдың 21 апрелендә Рәсәй Президентының Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин Рәсәй «Белем» йәмғиәтен заманса һанлы платформала яңынан ойоштороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.