+24 °С
Ямғыр
Һәр йыл һайын 1 сентябрҙә Белем иленә иң оҙон юл башлана. Мәктәп - ул һәр кем өсөн серле бер донъя. Шуның өсөн беҙ мәктәпкә яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға киләбеҙ, тип бөгөн Ишмырҙа ауылында матур сара үтте. Китапхана менән берлектә мәҙәниәт йортонда уҙған байрамға саҡырылған беренсе класҡа барыусы баләкәстәргә "Барбоскины" йәнһүрәтенан "Дружок" һәм "Лиза"ны саҡырып, матур байрам уҙғарҙык. Балалар бик отҡорҙар икән, йомаҡтарҙы куп беләләр, шиғырҙарҙы ла матур һөйләйҙәр. Буласак уҡыусыларға тырышып уҡырға, аҡыллы, тәртипле булыуҙарын телап, буләктәр тапшырҙыҡ.
Гүзәл Ғөбәйҙуллина,
Ишмырҙа ауылы клубы мөдире.