

– Илдар Илһам улы, Сибай педагогия колледжы кемдәрҙе уҡырға саҡыра?
– Юғары квалификациялы белгес, заманса һәм хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәргә эйә булырға теләүселәр өсөн беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ.
– Уҙған уҡыу йылы ниндәй ваҡиғалары менән иҫтә ҡалды?
– Уҡыу йылы ҡаҙаныштарға бай булды. Студенттарға һәр яҡлап уңыш йылмайҙы, ҡыҙҙар-егеттәр алдарына алған маҡсаттарына өлгәште, тиһәк тә хата булмаҫ. Ә иң мөһиме – быйыл беҙҙең уҡыу йортона Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 30 ноябрендәге 635-се ҡарарына ярашлы Сибай педагогия училищеһының тәүге директоры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың исеме бирелде. Тәүге тапҡыр студентыбыҙ Виктория Курносова «Йәш профессионалдар» (Ворлдскилс Рәсәй)» төбәк чемпионатының Иркутск ҡалаһында үткән милли ярышында «Бәләкәй кластарҙа уҡытыу» компетенцияһы буйынса республика намыҫын яҡланы. Ошо уҡ чемпионаттың юниорҙар араһында үткән ярышында «Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү» компетенцияһында 1-се курс студенты Лиана Зыянғолова 3-сө урын яуланы.
Тағы ла шуны әйтеп үтер инем: быйыл беҙ белем биреү даирәһен киңәйттек. 2021 йылдың декабрендә 44.02.01 Мәктәпкәсә йәштәге балаларға махсус белем биреү һәм 09.02.07 Информацион системалар һәм программалаштырыу кеүек яңы һөнәрҙәргә лицензия алдыҡ. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү бүлегендә ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге бар (11-се класс базаһында, 25 бюджет урын).
– Педагогия колледжына уҡырға инергә теләүсе ҡыҙҙар-егеттәргә талаптар ниндәй?
– Беҙҙең уҡыу йорто мәктәптәрҙең 9-сы класын тамамлаусыларҙы ҡабул итә. Абитуриенттарҙан төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен талап итмәйбеҙ. Уларҙан уҡыу йортона ғариза һәм 9-сы класты тамамлауҙары тураһында аттестат ҡына кәрәк. Беренсе курсҡа студенттарҙы аттестаттың уртаса балы буйынса ҡабул итәбеҙ. Документтарҙы 2022 йылдың 25 авгусына ҡәҙәр тапшырырға мөмкин. Әгәр ҙә ҡалаға килеп йөрөү мөмкинлеге булмаһа, документтарҙы электрон рәүештә abit@sibped.ru ҡабул итеү комиссияһының электрон почтаһына ебәреп була.
– Башлыса ниндәй бүлектәргә конкурс ҙур? Абитуриенттарҙың иғтибарын ниндәй һөнәрҙәргә йүнәлтер инегеҙ?
– Йыл һайын уҙғарылған статистик тикшеренеүҙәр беҙҙең төбәктә педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ барлығын асыҡлай. Хеҙмәт баҙарында 44.02.02 Башланғыс класс уҡытыусылары һәм балалар баҡсаларында тәрбиәселәр етешмәй. Информатика бүлегенә уҡырға инергә теләүселәр бик күп. Заман шуны талап итә.
Беҙ техник-программистар һәм веб, мультимедиа ҡушымталары етештереүселәр әҙерләп сығарыуыбыҙ менән алдырабыҙ.
– Белеүебеҙсә, бөтә һөнәрҙәргә лә уҡырға инеү тәртибе бер иш түгел.
– Эйе. Мәҫәлән, 49.02.01 Физик культура һөнәренә уҡырға инергә теләүселәр тейешле документтар туплауҙан тыш, дөйөм физик әҙерлек буйынса контроль нормативтар тапшыра. 44.02.03 Өҫтәмә белем биреү педагогикаһы һөнәренә эйә булырға теләүселәр музыкаль һәләттәрен асыҡлаусы ижади заданиены үтәргә тейеш.
– Күптәр райондарҙан килеп белем ала. Ятаҡ бармы? Унда шарттар нисек?
– Эйе, ситтән килеүселәргә дөйөм ятаҡтан бүлмә бирелә. Ятаҡта йәшәү шарттары яҡшы: аш бешереү, йыуыныу бүлмәләре бар. Китапхана эшләп тора, уның уҡыу залында интернет селтәренә тоташыу мөмкинлеге булдырылған. Тағы ул уҡыу йорто бинаһынан алыҫ урынлашмаған.
– Педагогия колледжын тамамлаусылар һөнәрҙәре буйынса эш таба аламы?
– Эш мәсьәләһен һәр кем үҙе хәл итә. Уҡыу йортонда сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге булдырылған. Үҙәктә ҡулдарына диплом алырға йыйынған ҡыҙҙар-егеттәргә дөрөҫ итеп резюме тултырырға, эш биреүсе өсөн портфолио тупларға өйрәтәбеҙ. Йыл һайын бында халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм Урал аръяғы райондарының мәғариф бүлеге белгестәрен саҡырып, «Старт, карьера!» төбәк форумы уҙғарыла. Дөйөм алғанда, уҡыу йортон тамамлаусы йәштәрҙең 60 проценты үҙ һөнәре буйынса эшләп китә.
– Студент саҡ – күңелле саҡ. Йәштәрҙең ошо матур мәле күңелле үтһен өсөн һеҙҙә ниндәй шарттар тыуҙырылған?
– Уҡыу йортонда тейешле белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар. Матди-техник база ныҡлы, уны модернизациялауға йыл да айырым иғтибар бүләбеҙ. Заманса ҡорамалдар етерлек: компьютер кластары бар, спорт, тренажер һәм бейеү залдары иркен, спорт майҙансығында ла инвентарҙар етерлек. Төп эш – уҡыуҙан тыш, һәр кем күңеленә ятырлыҡ шөғөл табып, студент мәлдәренең ҡәҙерен белеп кенә уҙғара ала. Бының өсөн теләк кенә кәрәк.
Бер нисә йыл дауамында «Беҙҙең менән бергә йәшә» ирекмәндәр штабы уңышлы эшләп килә. Ирекмәндәр уҡыу йорто тормошонда ғына түгел, ҡала күләмендә лә әүҙем эш алып бара. Спорт секциялары етерлек: баскетбол, волейбол, атыу, саңғыла йүгереү, теннис, шахмат һәм башҡалар. Был секциялар бушлай һәм унда һәр теләгән кеше шөғөлләнә ала. Бейеүгә битараф булмағандар колледжыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе булған бейеү ансамбленең даны республиканан ситтә лә билдәле. «Таланттар көрәше», «Студентҡа алыныу» һәм башҡа кисәләр һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп ойошторола.
– Уҡыу йортоноң үҙенсәлеге ниҙә? Педагогик коллектив тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине?
– Белем биреүгә практик-ориентирлы алым ҡулланыуыбыҙ бик отошло. Икенсе курстан башлап беҙҙең студенттар ҡалабыҙҙың мәғариф учреждениеларында төрлө йүнәлештә практика үтә. Әйтәйек, буласаҡ уҡытыусыларға баланың мәктәптәге тәүге көндәрен күҙәтеү, дәрес биреп ҡарау практикалары бик ҡыҙыҡлы, инструктив лагерҙарҙа ла улар бик теләп һабаҡ ала. Педагогик коллективҡа килгәндә, беҙҙә бик көслө уҡытыусылар эшләй тип әйтер инем. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы мәктәптәрендә әлеге көндә белем биргән уҡытыусыларҙың уҡытыусылары. Араларында төрлө маҡтаулы исемдәр йөрөткән билдәле шәхестәр бик күп.
– Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Заманса стандарттарға һәм алдынғы технологияларға ярашлы юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн заманса инфраструктура үҫтереү – беҙҙең төп бурыс. Ворлдскиллс стандарттары буйынса квалификациялы һөнәрмәндәр әҙерләүгә иғтибарҙы көсәйтәсәкбеҙ. Баҙар шарттарына ярашлы белгестәр әҙерләп, төбәгебеҙҙең мәғариф учреждениеларын кәрәкле кадрҙар менән тотороҡло тәьмин итеүҙән туҡтамаясаҡбыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
А. САЛАУАТОВ әҙерләне.
Св. 3327 от 29.10.2015 г. Һ ОГРН 1030202119782 На правах рекламы