Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июнь 2022, 17:50

Миҙал алды уҡыусылар

Бөгөн мәғариф бүлегенең тамашалар залында 26 сығарылыш класс уҡыусыһы миҙал алды. Уҡыусыларҙы тәбрикләр өсөн район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылары килгән ине. 

Миҙал алды уҡыусылар
Миҙал алды уҡыусылар

Бөгөн мәғариф бүлегенең тамашалар залында 26 сығарылыш класс уҡыусыһы миҙал алды. Уҡыусыларҙы тәбрикләр өсөн район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылары килгән ине. 

Мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Рамазан улы сығарылыш уҡыусыларын тәбрикләп: 

-- Бына имтихандар ҙа тамамланды. Бөгөн беҙ 26 уҡыусыға уҡыуҙы уңышлы тамамлаған өсөн миҙалдар тапшырасаҡбыҙ. Был уҡыусылар алдында тиҙҙән бар ишектәр асыласаҡ. Балаларығыҙға дәрт һәм ҡанат өҫтәгән өсөн иң тәүҙә ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерер инем. Шулай уҡ уҡытыусыларына, остаздарына киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын, -- тине һәм миҙалсылар биргән мәктәптәрҙе һанап үтте.

Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Хөрмәт улы ла сығарылыш уҡыусыларын ҡотланы һәм: 

-- Үҙегеҙ теләгән уҡыу йортона инеп, теләгән һөнәрегеҙҙе үҙләштерергә яҙһын. Киләсәктә лайыҡлы шәхестәр һәм белгестәр булып районыбыҙға ҡайтығыҙ, -- тине. 

Ата-әсәләр исеменән Гөлшат Иҫәнбаева сығыш яһап, уҡытыусыларға, мәғариф бүлегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Сығарылыш уҡыусылары ла, үҙ сиратында, ата-әсәләргә, уҡытыусыларына, яратҡан мәктәбенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡыусылар исеменән ҡаланың 4-се лицейынан Регина Ҡоҙашева сығыш яһаны. 

Тантаналы сара йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән һуғарылып барҙы. 

Сара һуңынан иҫтәлеккә фото төштөләр. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: