Һаҡмар
+6 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
21 Апреля 2022, 15:35

Күктән түгел, сәхнәнән үтте йондоҙҙар

Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә "Йондоҙҙар парады" сараһы үтте. Унда йыл дауамында һәр төрлө уңыштар яулаған уҡыусы балаларҙы тәбрикләнеләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Күктән түгел, сәхнәнән үтте йондоҙҙарКүктән түгел, сәхнәнән үтте йондоҙҙар
Күктән түгел, сәхнәнән үтте йондоҙҙар

Сара башында уҡыусылар матур итеп шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Унан мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын тәбрикләне. 

― Бөгөн зал шығрым тулы. Сөнки беҙ бөгөн бик күп балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын тәбрикләргә йыйынабыҙ. Һәр төрлө ярыштарға,  конкурстарға киткән балаларҙы беҙ тулҡынланып оҙатып ҡалабыҙ һәм өрәкһенеп ҡаршы алабыҙ. Имен барып еттеләрме? Нисек ҡайтып еттеләр, тигән уй беҙҙе һәр саҡ борсой. Ярыштарҙа балалар сығыш яһауын заманса технологиялар ярҙамында күҙәтеп бара алабыҙ. Беҙгә социаль селтәрҙәр, трансляциялар ярҙамға килә.

Шулай уҡ уҡыусы балаларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Басиров, мәғариф ветераны Көнһылыу Әхмәтова, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профкомы Динара Сәйғәфәрова һ.б. тәбрикләне.

Сәхнәгә сыҡҡан балалар Рәхмәт хаттары менән бер рәттән иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып һөйөндө.

Был уҡыусыларҙың яулайһы үрҙәре алда әле. Уңыштар һеҙгә, балалар!

Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина