Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2022, 09:53

Ишбирҙеләр - "Алтын тирмә"лә

Тулыраҡ:

Әле бар тирә-яҡ ап-аҡ ҡарға сумып, ара-тирә бурандар уйнап торһа ла, яҙ һулышы, яҙ менән бергә байрам һулышы һиҙелә. Ишбирҙе мәктәбендә әлеге мәлдә филология фәндәре аҙналығы бара. Ошо аҙналыҡ сиктәрендә инглиз теле уҡытыусыһы Нәйлә Юнысова "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны уҙғарҙы. 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары командалары үҙ-ара көс һынашты.

Беренсе турҙа командаларға башҡорт, рус, сит ил әҙәбиәтенән, теленән һорауҙар әҙерләнгәйне. Икенсе турҙа бәйгеселәргә үҙҙәренә оҡшаған өлкәнән һорауҙарҙы һайлап алыу мөмкинлеге бирелде. Сәмле ярышта ике команда ла филология өлкәһендәге белемдәрен күрһәтә алдылар. Шулай ҙа 9-сы класс командаһы зирәгерәк булып сыҡты һәм еңеүсе тип билдәләнде.

Ишбирҙеләр - "Алтын тирмә"лә
Ишбирҙеләр - "Алтын тирмә"лә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: